Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2025, 16:42

Егеттәргә рәхмәт!

Абҙаҡ ауылы хакимиәте урындағы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы өсөн тәүҙә китапхана, һуңынан почта бүлексәһе булған бинаны биргәйне.

Егеттәргә рәхмәт!
Егеттәргә рәхмәт!

Ул бинаның ҡыйығын алмаштырыу өсөн "Аҡһаҡалдар ҡоро" етәксеһе Рәфҡәт Нәжметдиновҡа рөхсәт һорап етәкселәр тупһаһын күп тапарға тура килде.

Ниһайәт, тимер ҡалай алыуға өлгәшкән тыңғыһыҙ аҡһаҡал, эшҡыуар Марсель Фазыловтың ҡул аҫтында эшләгән егеттәр менән эш башлай. Беренсе көндә иҫке өй ҡыйығын һүтеп алыу өсөн Фәнүр Төхвәтуллин, Айнур Фазылов, Роберт Ғизетдинов, Илнур Ирғәлин, Инсаф Ғайсин һәм Данил Фәттәхов исемле ир-егеттәр өмәгә сыҡты. Роберт Ғизетдинов менән Марсель Фазылов үҙ техникалары менән ихлас ярҙам иттеләр.

Икенсе көн Марселдең икенсе бригадаһы (бригадир Ринат Әхмәтшин) килеп өйҙөң башын ябып та ҡуйҙылар. Был төркөмдәге Марсель Фазылов, Мирас Ғәлиев, Дим Фадеев, Рәзит Билалов һәм Айрат Вәлиуллин ихлас, тырышып, үҙ көстәрен йәлләмәй эшләнеләр.

Абҙаҡ ауылы халҡына ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер ауылдашыбыҙ Марсель Фазыловҡа һоҡланмау мөмкин түгел. Бөтә ағинәйҙәр, “Хазина” фольклор ансамбле ағзалары, аҡһаҡалдар ҡоро, ауыл халҡы исеменән уға, уның эшсән егеттәренә һәм Рәфҡәт Закир улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Әнисә ҒӘЗИЗОВА, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.

Автор:
Читайте нас