Ул СССР Журналистар союзы ағзаһы, ТАСС-тың штаттан тыш хәбәрсеһе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ине. Ғәбделҡәүи Ғарифуллин 1925 йылдың 15 октябрендә Тәтешле районының Аҡбулат ауылында тыуған, ғүмеренең күп өлөшөн журналистикаға арнаған остазға быйыл 100 йәш тулған булыр ине.
Ул 1943 йылда, хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Белоретҡа килеп, комбинаттың механика цехында токарь булып эшләй. Һуңынан гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итә, етештереү алдынғылары тураһында мәҡәләләр яҙа. Партия ҡала комитетының беренсе секретары тәҡдиме менән Свердловскиҙа Юғары партия мәктәбенең журналистика факультетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. 1956 йылдың ғинуарында уны КПСС-тың ҡала комитеты аппаратына, ә 1957
йылдың июнендә «Белорецкий рабочий» гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар.
1971 йылда Ғәбделҡәүи Ғарифуллинды "Урал" гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләйҙәр. Гәзит етәксеһе булараҡ ул районға күп ваҡыт бүлә, ләкин бер ҡасан да үҙенең тәүге хеҙмәт коллективын онотмай, металлургтарҙың хеҙмәт уңыштары тураһында байтаҡ очерктар яҙа, уларҙың бер өлөшө республика һәм урындағы баҫмаларҙа сыға, төрлө йыйынтыҡтарға инә. Гәзитебеҙҙе оҙаҡ йылдар алдырған оло быуын кешеләре Ғәбделҡәүи Ғарифуллиндың үҙен дә, уның яҙған мәҡәләләрен дә яҡшы хәтерләйҙер. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә ул һәр ваҡыт: гәзит эше бик ҡатмарлы, һәр көн яңы мәғлүмәттәр табыр, мәҡәләләр яҙыр, улар өҫтөндә оҙаҡ ҡына эшләр кәрәк. Сабырлыҡ, тырышлыҡ, белем, аҡыл талап иткән ауыр хеҙмәт. Ә иң мөһиме беҙҙең хеҙмәттә кешеләргә ҡарата йылы, яҡшы мөнәсәбәт булырға тейеш, тип әйтер ине. Хаҡлы ялға 1985 йылда сығыуына ҡарамаҫтан, Ғәбделҡәүи Ғарифуллин тағы ике йыл гәзиттә эшләүен дауам итә.
Күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, гәзитебеҙ оло быуын журналистары алып барған позицияны ташламай, район-ҡала тормошо, хеҙмәт, ауыл кешеләре тураһында, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған, туған телебеҙгә арналған, үҙ традицияларыбыҙҙы данлаған мәҡәләләр донъя күрә. "Урал" гәзитенең элекке мөхәррире, журналист, остаз Ғәбделҡәүи Ғарифулла улы Ғарифуллин тураһындағы иҫтәлектәр беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр.
"Урал" гәзите коллективы.