Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Октябрь 2025, 15:21

“Мең йәшкә ет, “Урал”

"Аҙна бүләге"

“Мең йәшкә ет, “Урал”
“Мең йәшкә ет, “Урал”

Йылдағыса, матур традициябыҙҙы дауам итеп, “Урал” гәзитенә киләһе йылға яҙылғандар араһында “Аҙна бүләге” уйынын уйнатыуҙы дауам итәбеҙ. Беренсе бүләгебеҙҙе Абҙаҡ ауылында йәшәгән Гөлшат НОТФУЛЛИНА отто.

Гөлшат Байгилде ҡыҙы Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән. 40 йылға яҡын төҙөлөш өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ағинәй февраль айында матур ғүмер байрамын - 70 йәшен ҡаршы алған. Тормош иптәше Хәниф Фәйзулла улы менән татыу ғүмер итеүҙәренә лә 35 йыл.

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тик ултырырға яратмай, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй ул: Абҙаҡ ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, “Хазина” фольклор ансамбленең актив ағзаһы, мәсеткә йөрөй, доғалар уҡый, ауылдаштары менән махсус хәрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм башҡалар.

- “Урал” гәзите менән ғүмер буйы дуҫмын, бер ваҡытта ла яҙылмай ҡалғаным юҡ. Райондыҡынан тыш йәнә “Башҡортостан” гәзитен, “Шоңҡар” журналын алдырабыҙ. Гәзиттә иң яратып уҡығаным - хикәйәләр, уларҙың дауамын түҙемһеҙлек
менән көтөп алам.

Район гәзитенә яҙылыу - район-ҡаланың бөтә мөһим ваҡиғалары үҙәгендә булырға мөмкинлек бирә. Уның аша беҙ яңы проекттар, башланғыстар тураһында белә алабыҙ, яңылыҡтар менән танышабыҙ, мәҙәни саралар, районыбыҙҙың матур ғаиләләре, заман ауырлыҡтарынан ҡурҡмай, тырышып, үҙ эштәрен алып барған эшҡыуарҙар тураһында уҡып ғорурланабыҙ. 

105 йәшенә етеп барған “Урал”ыбыҙҙың мең йәшкә етеүен, киләсәктә лә уны яратып уҡыусыларҙың күп булыуын теләйем. Милләттәштәремә гәзитебеҙҙе, башҡорт телебеҙҙе һаҡлайыҡ, иманлы булайыҡ, тәүфиҡлы балалар, ейән ейәнсәрҙәр тәрбиәләйек тиер инем. Барлыҡ гәзит уҡыусыларға имен, бәрәкәтле тормош, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйем, - тине Гөлшат апай.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! “Урал” гәзитенә һеҙ ҙә киләһе йылға яҙылып, квитанцияларығыҙҙы (артына телефон һандарын яҙып) редакцияға ебәрегеҙ һәм бүләктәр отоғоҙ. Электрон адрес: URAL_bel@ mail.ru. Бергә һәм берҙәм булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас