Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октябрь 2025, 15:15

Ҡабаҡ һәм күрәгәнән ҡайнатма

Кәрәк: 500 г ҡабаҡ, 200 г күрәгә, 400 г шәкәр ҡомо, 150 мл һыу, 1 аш ҡалағы лимон һуты.

Ҡабаҡ һәм күрәгәнән ҡайнатма
Ҡабаҡ һәм күрәгәнән ҡайнатма

Әҙерләү: Ҡабаҡты таҙартырға ла, 2-3 см ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турарға. Күрәгәне йыуырға һәм йомшаҡ булһын өсөн йылы һыуҙа 30-60 минут тоторға.

Кәстрүлгә һыу, шәкәрҙе һалып, уртаса утта шәкәр эрегәнсе тоторға, оҙаҡ ҡайнатмаҫҡа. Сироп үтә күренмәле булырға тейеш.

Ҡайнар сиропҡа ҡабаҡты төшөрөргә. Ярым йомшарғасы 7-10 минут бешерергә, ул иҙелмәһен. Һуңынан туралған күрәгәне өҫтәргә һәм болғата-болғата 10-15 минут ҡайнатырға.

Утты минималь кимәлгә тиклем кәметергә һәм тағы ла 25-30 минут кәрәкле консистенцияға еткәнсе бешерергә, ваҡыт-ваҡыт болғап торорға. Аҙаҡ лимон һуты өҫтәргә.

Ҡайнатманың әҙерлеген тикшерер өсөн  һалҡын тәрилкәгә тамсылап һалып ҡараға. Тамсы таралып китмәҫкә тейеш. Консистенцияһы ҡуйы, әммә һуҙылып торорға тейеш.

Эҫе вареньены стерилләнгән банкаларға ҡойорға. Алдан ҡайнатылған ҡапҡастар менән ябып, төбөн өҫкә әйләндереп, 10-12 сәғәткә тулыһынса һыуынғансы япма аҫтына оҙатырға. Һалҡын, ҡараңғы урында һаҡларға.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор: Расима Салихова
Читайте нас