Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ноябрь 2025, 14:46

Ҡоралға рөхсәтең бармы?

Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт биреү эше бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ҡорал хужаларын үҙҙәренең ҡарамағындағы ҡоралдарҙы дөрөҫ һаҡламаған, файҙаланмаған, иркен йөрөткән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралғаны тураһында иҫкәртә.

Ҡоралға рөхсәтең бармы?
Ҡоралға рөхсәтең бармы?

Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, ҡорал әйләнеше өлкәһендә вәкәләтле федераль башҡарма власть органында йәки уның территориаль органында ҡорал һаҡлауға йәки йөрөтөүгә рөхсәт алған граждандарға ғына ҡоралды һәм уға патрондарҙы һаҡларға рөхсәт ителә.

Ҡорал һәм уның патрондары хужаның йәшәгән урыны буйынса йоҙаҡҡа бикләнгән сейфтарҙа йәки металл шкафтарҙа һаҡланырға тейеш. Ҡорал хужаһына ҡоралға, шул иҫәптән сейф асҡыстарына тейергә ярамағанлығын ғаилә ағзаларына аңлатыу мөһим.

Ҡорал яһағынан алынып, махсус ҡапҡа һалынырға, ә патрондар ҡоралдан айырым төргәктә булырға тейеш. Әгәр ғаиләлә бәләкәй һәм бәлиғ булмаған балалар булһа, ҡорал хужаларына айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ваҡытлыса булған урындарҙа ҡорал һәм патрондарға сит кешеләр тейергә тейеш түгел.

Шуны билдәләп үтеү мөһим, кеше ҡорал һаҡлауҙың билдәләнгән ҡағиҙәләрен боҙһа йәки ҡоралды сит кеше файҙаланып, фажиғәле хәлгә килтерһә, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 224-се статьяһы буйынса енәйәт язаһы ҡаралған. Был статьяның санкцияһы 100 мең һумға тиклем штраф йәки 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Ҡорал йөрөткәндә уның хужалары үҙҙәре менән шәхесен раҫлаусы документтар, шулай уҡ уны һаҡлау һәм йөрөтөү өсөн лицензия йәки рөхсәт ҡағыҙын алырға тейеш. Шуны иҫтә тотоу мөһим - кеше күп булған урындарҙа ҡорал йөрөтөү тыйыла. Бының өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Ҡорал һаҡлау, йөрөтөү һәм ташыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уның хужалары, хоҡуҡ боҙоуҙың ауырлығына ҡарап, административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

20.8-се статьяның 4.1-се өлөшөнә ярашлы, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйыла. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, иҫерек килеш атыу ҡоралын йөрөткән граждандарға 2 меңдән 5 мең һумға тиклем административ штраф һалына һәм унан ҡорал һәм патрондар тартып алына, йәки ул ҡорал йөрөтөү һәм һаҡлау хоҡуғынан 1 йылдан 2 йылға тиклем мәхрүм ителә (ҡорал һәм уның патрондары конфискацияланмай, йәки тартып алынмай).

Юғалған йәки урланған ҡорал тураһында хужаһы Росгвардияның лицензия-рөхсәт биреү эше бүлегенә тәүлек эсендә хәбәр итергә тейеш.

Ҡоралды юғалтҡан өсөн Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.8 статьяһының 4.3 өлөшө буйынса административ яуаплылыҡ ҡаралған, гражданға 10 мең һумға тиклем штраф һалына, ҡорал конфискациялана йәки конфискацияланмай. Шулай уҡ медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан осраҡта, шулай уҡ Росгвардия хеҙмәткәрҙәренә уны йәшәгән урыны буйынса һаҡлау урындарын тикшереүҙе тәьмин итеүҙән баш тартҡан өсөн ҡорал хужаһынан тартып алына.

Атыу ҡоралы әйләнеше мәсьәләләре буйынса барлыҡ һорауҙар менән: 8(34792) 3-43-89, 8(34781) 2-15-54 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Хаммат МУСИН, Росгвардияның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт биреү эше бүлеге инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.

Автор:
Читайте нас