Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Ноябрь 2025, 12:21

Бер-беребеҙгә ныҡлы терәк булайыҡ!

Ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө 3 декабрҙән 13-нә тиклем үтәсәк.

Бер-беребеҙгә ныҡлы терәк булайыҡ!
Бер-беребеҙгә ныҡлы терәк булайыҡ!

Хөрмәтле  гәзит уҡыусылар!  Әлеге ваҡытта 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына “Урал” гәзитенә яҙылыу бара. Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән бергәләп йылына ике тапҡыр шулай гөж килеп баҫмабыҙға яҙылыуҙы ойоштороп алабыҙ. Ғөмүмән, гәзиткә яҙылыу йыл буйына бара. Уны һәр айҙан алдырып уҡырға мөмкин. Шулай ҙа элек-электән киләһе йылға яҙылыу алды кампанияһы башҡорт телендә сыҡҡан  “Урал” гәзитенең киң мәғлүмәт саралары араһында тотҡан урынын билдәләй һәм гәзит  уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, рухлылығын, аң кимәлен дә күрһәтеүсе мәл булып тора. Эйе, ҙур ауырлыҡтар менән асҡан гәзитебеҙҙе, аңлы милләттәштәребеҙ ярҙамы менән, намыҫлы почтальондар аша, телефон бәйләнеше буйынса, ѳйҙән-ѳйгә, ойошмаларға йѳрѳп бѳртѳкләп йыйып алабыҙ һәм “Урал”дың ғүмерен оҙайтып киләбеҙ. Бер кемгә лә сер түгел, төрлө сәбәптәр арҡаһында гәзитте һаҡлап ҡалыу йылдан-йыл ауырлаша бара. Гәзиттең тиражы кәмеүҙә беренсе сәбәп булып  ауылдарҙа почта бүлексәләренең ябылыуы, почтальондарҙың эштән китеүе тора. Почтальондарҙың иңендә ҙур бурыстар ятҡанын, эш хаҡтарының түбән булыуын да беләбеҙ. Башҡорт баҫмаларының да хәле шәптән түгел. Башҡорт телен яҡшы белгән кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ, хеҙмәт хаҡы тураһында әйтеп тороу ҙа урынһыҙ, гәзиттә телем, халҡым тип янған, үҙ һѳнәрен яратҡан кешеләр генә эшләп килә. Шуның ѳсѳн күңелебеҙ тѳбѳндә йоҡлап ятҡан башҡортлоҡто, милли тойғоно уятыр ваҡыт етте. Үҙ баҫмаларыбыҙҙы үҙебеҙ һаҡлап ҡалмаһаҡ, кем һаҡлар!? 

Районда үҙ телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер баҫманы йылдан-йыл бер үк кешеләр алдыра.  Беҙҙең таянысыбыҙ  булып  күберәген ауыл кешеләре тора һәм  зыялы, уҡымышлы, вайымлы гәзит уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ.

Территорияһы буйынса район ҙур булғас, “Урал”  гәзите тик почта аша яҙҙырыла һәм  таратыла.  Шул сәбәпле, ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар ҙа килеп сыға, гәзит яҙҙырған кешеһенә барып етмәй, йә һуңлап бара. Гәзит килмәүе тураһында урындарҙан шылтыратыуҙар булһа, мөхәрририәт тиҙ генә был проблеманы хәл итергә тырыша. Үҙ иҫәбенә булһа ла, гәзитте һалып ебәрә.  Почтальондар беҙҙең арала йәшәй, һәр кем үҙ почтальонын белә. Һеҙҙең дә почта хеҙмәткәрҙәренән “Урал”ды  ваҡытында алып килеүен талап итергә тулы хоҡуғығыҙ бар.

Матди ҡыйынлыҡ кисергәндәрҙе лә, нисек кенә ауыр булһа ла, 3 айға түгел, ә ярты йылға яҙылыуҙарын һорайбыҙ. Кемдәр 6 айға йәки 1 йылға яҙылған, улар өсөн бүләк отоп алыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Әгәр гәзиткә яҙылған квитанцияларығыҙҙы  мөхәрририәткә иртәрәк ебәрһәгеҙ, бүләк отоп алыу ышанысы тағы ла үҫә. Һәр бер бүләк отоусыны фотоға төшөрөп, гәзиттә яҙып сығабыҙ.

Адрес: Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы - 55/1, "Урал" гәзите мөхәрририәте. Квитанцияларығыҙҙың күсермәһен фотоға төшөрөп, телефонығыҙҙың һандарын күрһәтеп, почтальондар, ватсап аша, гәзиттең электрон почтаһы Ural_bel@mail.ru  буйынса ла ебәрергә була. Хатта ҡалаға килеүселәр аша ла биреп ебәрергә мөмкин.

Тағы бер бүләк: мөхәрририәткә килеп яҙылғандарға "Урал" гәзите бүләккә 2026 йылға Башҡорт календары әҙерләгән (йыртмалы).

Хәҙер оло йәштәге инәй-өләсәйҙәр, ағай-бабайҙар ҙа ватсапта яҙыша, бер-береһенә хикәйәләр  һәм видеолар ебәрә. Ошоларҙы иҫәпкә алып, почта бүлексәләре ябылған, почтальондар булмаған ауылдар халҡына гәзиттең электрон  вариантын тәҡдим итәбеҙ. Был бик отошло!  Хаҡы  822 һум. Декада осоронда 738 һум. Төҫлө гәзит һеҙҙең  ватсапҡа йәки электрон почтағыҙға ебәрелә. Бының өсөн редакцияның телефондарына шылтыратыу ҙа етә. Телефон һандары: 3-06-69, 3-14-89.

Әле ПО 684 индекслы "Урал"ға  ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1267 һум 44 тин.

Ә декадала - 6 айға 1101һум 12 тингә яҙылып була.

Киләһе акция 3 декабрҙән 13-нә тиклем үтәсәк.

Хөрмәтле милләттәштәр! Тиражды туплау өсөн һәр көн, һәр дана ҡәҙерле. Кемдәр яҙылып ѳлгѳрмәгән, телефон аша ла яҙҙырабыҙ. Бының ѳсѳн редакцияға шылтыратығыҙ. Ҡалала йәшәгәндәргә ѳйҙәренә барып яҙҙырабыҙ. Бар мѳмкинлектәрҙе файҙаланып, рухи һәм күңел байлығыбыҙҙы туплап, гәзит коллективының  мѳрәжәғәтен ѳйҙән-ѳйгә, бер-беребеҙгә тапшырып,  “Урал”ға яҙылайыҡ, тираж кәмеүгә юл ҡуймайыҡ.

Бергә булайыҡ!

Мөхәрририәт.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас