Дөйөм мәҡәләләр
10 Ноября 2025, 05:11

Ҡабаҡтан самса

Рецепт

Ҡабаҡтан самсаҠабаҡтан самса
Ҡабаҡтан самса

Кәрәк: 500 г ҡатлы ҡамыр (слоеное тесто), 600 г ҡабаҡ, 140 г һуған, 10 г шәкәр, тәменсә тоҙ һәм борос.

Әҙерләү: Һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, майҙа ҡыҙҙырырға һәм туралған ҡабаҡты өҫтәргә. Тәмләткестәрҙе һалып, 5-7 минут быҡтырырға.

Ҡамырҙы рулет итеп төрөргә, түңәрәктәр ҡырҡырға һәм йәйергә. Эслекте һалып, өсмөйөштәр эшләргә. Пергамент ҡағыҙға йөйөн аҫҡа ҡаратып һалырға һәм 200 градуслыҡ мейестә 20-25 минут бешерергә. Бешеп сығыр алдынан өҫтөнә йомортҡа һылап кунжут һибергә була.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас