Юлиә Ишбулатова Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. 2017-2023 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында белем ала. III курстан һуң, тейешле имтихандар тапшырып, уҡыу менән бер рәттән, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. V курста иһә, терапевтик профилдең күңеленә яҡын булыуын төшөнөп, Эске эштәр министрлығы госпиталенең терапия бүлегенә эшкә урынлаша. Университетты тамамлағас, өҫтәмә рәүештә табип-эндокринологка уҡый. Шул уҡ мәлдә Өфөнөң 46-сы поликлиникаһында участка терапевы булып эшләй, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, семинарҙарҙа ҡатнаша. Ҡулына диплом алған йәш белгес быйылғы йылдан Белорет ҡалаһында табип-эндокринолог булып эш башланы.
Нимә ул шәкәр диабеты?
Шәкәр диабеты - ул хроник ауырыу, ҡанда шәкәр (глюкоза) кимәленең үтә юғары булыуы. Глюкоза иһә беҙҙең организмдың төп энергия сығанағы. Күҙәнәктәр глюкоза менән “файҙалана” алһын өсөн ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин гормонын етештерергә тейеш. Әгәр инсулин еткелекле кимәлдә булмаһа, йәки организм уны дөрөҫ ҡулланмаһа, глюкоза ҡанда туплана. Ваҡыт үтеү менән шәкәр диабеты һуҡырайыу, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының ҡаҡшауы, бөйөр эшмәкәрлегенең насарайыуы кеүек өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал. Әммә тейешле дауа һәм йәшәү рәүеше булғанда, диабет менән сирләгән кеше лә оҙайлы һәм тулы ҡанлы ғүмер кисерә ала.
Шәкәр диабетының I һәм II тибы тураһында
I типтағы шәкәр диабеты инсулин етештереүсе ашҡаҙан аҫты биҙе күҙәнәктәренең эшлектән сығыуынан барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә, организм был гормонды бөтөнләй етештерә алмай. I тип, ғәҙәттә, балаларҙа, үҫмерҙәрҙә, йәштәрҙә йыш осрай. Бындай кешеләргә инсулинды көн һайын йә инъекция, йә инсулин помпаһы рәүешендә ҡабул итеү мөһим.
II типтағы шәкәр диабеты булғанда иһә организм инсулин етештерә, әммә күҙәнәктәр уны үҙләштермәй - инсулинға резистентлыҡ хасил була. II тип айырыуса киң таралған - бөтә осраҡтарҙың яҡынса 90 процентын тәшкил итә.
Артыҡ кәүҙә ауырлығы, аҙ хәрәкәтләнеү, дөрөҫ туҡланмау, үтә көйһөҙләнеү, оҙайлы көсөргәнеш, нәҫелдә шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙың булыуы - был эндокрин ауырыуға тарытҡан төп сәбәптәрҙән. Башта сирҙең билдәләре булмауы ла мөмкин, шуға күрә ҡандағы шәкәр кимәлен даими тикшереп тороу мөһим, бигерәк тә 40 йәштән һуң.
Мәкерле сирҙең йәнә бер төрө - гестацион диабет. Ул йөклөлөк осоро менән бәйле. Ғәҙәттә, бала тапҡандан һуң ҡандағы шәкәр кимәле нормаға килә, тик гестацион диабет кисергән ҡатындың киләсәктә шәкәр ауырыуы менән сирләү хәүефе арта.
Шәкәр диабетын ниндәй билдәләр буйынса асыҡларға мөмкин?
Ауырыуҙың билдәләре яйлап үҫешеүе ихтимал, был бигерәк тә II типтағыһына ҡағыла. Шәкәр диабетын иң элек һыуһау, ауыҙ кибеү, күпләп бәүел бүленеп сығыуы (айырыуса төндә), хәлһеҙлек, тиҙ арыусанлыҡ, йәрәхәттәрҙең әкрен уңалыуы, тән тиреһенең ҡороуы, ҡысыныу, ябығыу, күреү һәләтенең насарайыуы кеүек билдәләр арҡылы асыҡларға мөмкин.
Әйткәндәй, ҡандағы шәкәрҙең нормаға яраҡлы күрһәткестәре:
► 14 йәшкә тиклемге балаларҙа - 3,33-5,55 ммоль/л;
► өлкәндәрҙә - 3,89-5,83 ммоль/л;
► 60 йәштән уҙғандарҙа - 6,38 ммоль/л;
► ауырлы саҡта - 3,3-6,6 ммоль/л.
Нимә ул диабетҡа тиклемге осор (предиабет)?
Диабетҡа тиклемге осор тип глюкозаның нормаль алмашыныуы һәм шәкәр диабеты араһындағы сикке хәл-торошто атайҙар. Ул инсулин кимәленең әҙәйеүе йә организм күҙәнәктәренең уға һиҙгерлегенең кәмеүе арҡылы ҡылыҡһырлана. Һөҙөмтәлә, ҡанда глюкоза кимәле арта, әммә уның буйынса шәкәр диабеты диагнозын ҡуйырға иртәрәк әле. Ваҡытында бер сара ла күрелмәһә, ошо торошҡа дусар һәр өсөнсө кешелә бер нисә йыл эсендә шәкәр
диабеты үҫешәсәк.
“Татлы” сир ни менән янай?
Диабет ҡандағы шәкәр кимәлен арттыра, ә ваҡыт үтеү менән был артыҡ шәкәр ҡан тамырҙарына һәм нервыларға зыян килтерә. Ябай һүҙ менән әйткәндә, ҡандағы шәкәр, ҡом төҫлө, ҡан тамырҙары көбөн һыҙыра, ағзаларҙың нормаль эшләүенә ҡамасаулай.
Шәкәр диабетын контролдә тотмағанда, ул түбәндәге ауыр эҙемтәләргә дусар итеүе мөмкин:
1) инсульт, инфаркт - йөрәк һәм мейеләге ҡан тамырҙары зарарлана, ҡан төйөлөү, ҡан һауыу хәүефе арта;
2) күреү һәләтенә бәйле проблемалар - күҙҙәге ҡан тамырҙарына зыян килә, һуҡырайыу ихтималлығы арта;
3) аяҡтар - ҡан әйләнеше боҙола, һиҙгерлек кәмей, оҙаҡһыҙ уңалмаған йәрәхәттәр барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙә хатта ампутация талап ителә;
4) бөйөрҙәр - был ағзаның фильтр-
ҙары зарарлана, бөйөр етешмәүсәнлеге үҫешергә мөмкин;
5) нервылар - ойоу, сәнсеү, аяҡ-ҡулдарҙың һыҙлауы;
6) организмдың хәлһеҙләнеүе, ҡаҡшауы - кеше арыу тойғоһон кисерә, ябыға йә ҡапыл һимерә, йыш ауырый.
Кемдәр хәүеф төркөмөндә?
Был эндокрин ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, һимереү, аҙ хәрәкәтләнеү кеүек факторҙар йоғонто яһай. Хәүеф төркөмөнә шулай уҡ гестацион диабет менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙар, юғары ҡан баҫымы, юғары холестерин кимәле, поликистозлы түллек биҙе синдромы менән ауырыусылар һәм 40 йәштән өлкән пациенттар инә.
Диабет - ул һеҙҙең йәшәү рәүеше!
Шәкәр диабеты менән сирләүселәр өсөн йәшәү рәүешен үҙгәртеү, тәү сиратта, диета тотоуҙан һәм физик йөкләмәләр режимын үтәүҙән ғибәрәт. Туҡланыуға килгәндә, йәшелсәләрҙе рационда сикләүһеҙ ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ майһыҙ ит, балыҡ кеүек ризыҡтарҙан да баш тартырға кәрәкмәҫ. Уның ҡарауы, шоколад, торт, бал, кәнфит кеүек тәм-томдарҙан бөтөнләй ситен булыуың хәйерле. Көндәлек туҡланыуҙы өс төп һәм ике өҫтәмә ризыҡ ҡабул итеүгә бүлеү зарур. Был ысул асығыуҙы булдырмау һәм ҡандағы шәкәр кимәлен арттырмау йәһәтенән йәпле. Икмәк, картуф, дөгө, бутҡа, макарон изделиеларын, ҡуҙаҡлыларҙы, емеш-еләк ҡулланыуҙы кәметеү ҙә ҡандағы шәкәр кимәлен көйләргә ярҙам итер.
Шәкәр диабетын профилактикалау саралары
► Асығырға, ҡаты диеталар менән мауығырға ярамай;
► көнөнә бер нисә тапҡыр, бер үк ваҡытта, ҙур булмаған порциялар менән тәғәм ҡылыу;
► асығыу тойғоһо булмайынса ризыҡҡа йоғонмау;
► менюҙы төрләндереү, рационда йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк биреү, майлы, консерваланған аҙыҡтан баш тартыу;
► спорт менән шөғөлләнеү, көн дә самалы физик йөкләмәләр башҡарыу. Әйткәндәй, спорт менән дуҫ булғанда матдәләр алмашыныуы әүҙемләшә, ҡан күҙәнәктәре яңыра, уларҙың составы яҡшыра;
► аҙ хәрәкәтсәнлек шәкәр диабеты сиренә тарытыусы төп сәбәптәрҙән!
► 30 минутлыҡ көндәлек йәйәү йөрөүҙәр шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүҙе 30 процентҡа кәметһә, телевизор, компьютер экраны алдында уҙған һәр ике сәғәт был ҡурҡыныс сиргә тарытыуға этәргес булыр;
► ыңғай эмоциональ көйләнеш, яҡшы кәйеф тә шәкәр диабетынан профилактика сараһы ул. Уның ҡарауы, даими стресс, көйһөҙлөк был хроник сирҙең барлыҡҡа килеүенә сәбәп кенә;
► тәмәке тартыу, эскелек кеүек насар ғәҙәттәрҙән ситен булығыҙ;
► ваҡытында скрининг тикшереүен үтергә онотмағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!