Дөйөм мәҡәләләр
23 Декабря 2025, 10:35

Яңы йылға ырымдар, юрауҙар

Күптәр йыл символы менән бәйле билдәләргә ышана, уларға эйәреп, киләһе 12 айҙа бәхетте байлыҡ һәм мөхәббәт йәлеп итергә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы йылға  ырымдар, юрауҙарЯңы йылға  ырымдар, юрауҙар
Яңы йылға ырымдар, юрауҙар
  “Яңы йылды нисек ҡаршылайһың, шулай үткәрәһең”, - тиҙәр. Яңы 2026 йыл менән бәйле ырымдарға, юрауҙарға күҙ һалайыҡ.
 
● Йылҡы йылын йырҙар, бейеүҙәр, музыка менән ҡаршылау мөһим. Шулай итеп, һеҙ яуыз көстәрҙе үҙегеҙҙән ҡыуып сығарырһығыҙ, тимәк, йыл имен булыр.
● Яңы йыл алдынан кеҫәгеҙгә кәнфит һалығыҙ. Ул саҡта йыл "татлы" булыр.
● Аҡ төҫ тыныслыҡ килтерергә һәм насар үҙгәрештәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итә (аҡ тәрилкәләр, өҫтәл япмаһы, кейем  һәм башҡалар). 
● Яңы йыл төнөндә мохтаждарҙы ашатыу - бик яҡшы билдә (кешеләр ҙә, хайуандар ҙа була ала). Был һеҙҙең йортҡа именлек һәм муллыҡ килтерер.
● Йылҡыны ҡыуандырыу һәм бәхет йәлеп итеү өсөн уның яратҡан төҫтәрендә кейенергә йәки йортто биҙәргә кәрәк. Был ҡыҙыл, алтын, ҡыҙғылт һары һәм йәшел төҫ тип иҫәпләнә.
● Йыл табышлы булһын өсөн, куранттар һуғыр алдынан кеҫәгеҙгә тәңкәле аҡса һалырға кәрәк. 
● Ғәҙәттә, ватылған һауыт-һаба яҡшы билдә тип һанала, әммә Яңы йылды ҡаршылағанда түгел. Байрамда тәрилкәне ватһаң, был ғаилә ығы-зығыларына  һәм башҡа проблемаларға килтереүе ихтимал.
● Ғаиләгеҙҙе арттырыу тураһында хыялланһағыҙ, сабыйҙар менән бәйле әйберҙе шыршы аҫтына һалығыҙ. 
Автор:Расима Салихова