Ошо сәбәпле Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында ҡотороуға ҡаршы карантин индерелде, йорт хайуандарына ҡотороуҙан махсус вакцинациялау пункттары асылды.
Йыртҡыстарҙы тотоп алған бөтә осраҡтарҙа ла уларҙың ҡоторған булыуы асыҡланған. Мәҫәлән, Саранскиҙа төлкө бәйле торған этте саҡ алып китмәй.
Мордовиянан тыш, был исемлеккә күрше Татарстан, шулай уҡ Омск һәм Новосибирск өлкәләре индерелгән. Ҡаҙағстандың Рәсәй менән сиктәш булған Кустанай өлкәһендә лә ярһыған төлкө тотолған.
Төлкөләр ҡотороу сиренең төп таратыусылары булып тора. Был йәнлектә ҡотороу ауырыуы февралдән апрелгә тиклем (был ваҡытта төлкөләрҙә ҡауышыу бара, ата төлкөләр һуғыша, бер-береһенә зыян килтерә, шулай итеп, ауырыу тиҙ тарала), шулай уҡ декабрҙә күҙәтелә.
Төлкөнөң сәләмәт булмауын түбәндәге осраҡтарҙа белергә мөмкин:
1. Ауыҙынан күбек бүленеп сыға, күпләп шайығы аға, теле һалбырап төшә. Был симптомдар сирҙең ҡыҙыу стадияһында күҙәтелә, хайуан агрессив булыуы менән айырылып тора.
2. Хәрәкәте тотороҡһоҙ. Хайуандың мейеһе зарарланыу арҡаһында хәрәкәт координацияһы боҙола.
3. Күҙе салыш, ҡарашы томанлы, мороно шеш. (Был билдәләрҙе асыҡлау өсөн ауырыу хайуанға яҡын бармау яҡшыраҡ!)
4. Хәлһеҙ, йонсоу. (Был билдә ҡотороуға хас түгел. Төлкө башҡа сәбәптәр арҡаһында ла ябығырға мөмкин).
Артабан паралич үҫеше арҡаһында төлкө аяҡтан яҙа. Был хәлдә ул кешегә һөжүм итә алмай. Был төлкөләрҙең ҡотороу ауырыуының һуңғы стадияһы.
Республика урмандарында төлкөләр һаны ярайһы уҡ арта. Күрәһең, һунарсыларҙы төлкө һунар объекты булараҡ йәлеп итмәй һәм был проблема көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Ошоға бәйле район-ҡала ветеринария станцияһы февраль айында эттәргә һәм бесәйҙәргә ҡотороуға ҡаршы бушлай вакцина эшләү өсөн ауылдар буйлап йөрөйәсәк. Ҡайһы ауылға, ҡайһы көндә барыу хаҡында алдан хәбәр итербеҙ. Вакцина эшләү менән бер рәттән, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе осһоҙ хаҡҡа стерилләргә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: +7(34792)4-73-79.
Район-ҡала ветеринария станцияһы.
Елена ПЕРМИНОВА фотоһы.