Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Февраль , 11:41

Абҙаҡ ауылы терәге

Беҙҙең юбиляр

Абҙаҡ ауылы терәге
Абҙаҡ ауылы терәге

Тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ятҡан Абҙаҡ ауылында, 1946 йылдың 21 февралендә, Нәжметдиновтар ғаиләһендә, ир бала донъяға ауаз һала. Уға Рәфҡәт тип исем бирәләр.

Малай тәртипле, тыңлаусан булып үҫеп етә. VIII класты тамамлағас, ҡаланың 36-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, ташсы һөнәренә эйә була. Ватан алдындағы бурысын үтәр мәл еткәс, егет армия сафына алынып, Венгрияла танкист булып ике йыл ярым хеҙмәт итә. Талапсан егетте Коммунистар партияһы сафына кандидат итеп тәҡдим итәләр. Рәфҡәт армияла киске партия мәктәбендә белем алғас, партияға ҡабул итәләр. Армиянан һуң дәрт-дарманы ташып торған егет Метиз-металл заводының "Метиз" ял йортон төҙөүҙә бригадир булып эшләй башлай.

Тырыш егетте ауылдаштары ауыл хакимиәтенә етәксе вазифаһына һайлап ҡуя. 16 йыл Абҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа, ауылдың хәл торошон яҡшыртыу өсөн күп көс һала Рәфҡәт Закир улы. Ауыл урамына асфальт һалдыра, Мөхәмәт ауылы юлына таш түшәттерә, күперҙәрҙе, бағаналарҙы алмаштырта, яңы мәктәп, мәҙәниәт һәм ауыл хакимиәте йорто төҙөттөрә, хоккей коробкаһы эшләттерә һәм бик күп башҡа эштәр башҡарыуға өлгәшә. Уның
тырышлығы етәкселәр тарафынан бик күп Рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары, бүләктәр менән баһалана.

Абҙаҡ ауылында мал һимертеү совхозы асылғас, эштән ҡурҡмаған Рәфҡәт Нәжметдинов 10 йыл бүлексә етәксеһе була. Тәүге йылда мал ялан ерҙә ҡышлай, икенсе йыл улар өсөн махсус урын, сенаж соҡоро, ашлыҡ киптереү цехы, ашлыҡ һаҡлау келәте эшләтеүгә өлгәшә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауыл старостаһы вазифаһын атҡара. Бөгөнгө көндә ветерандар советы рәйесе, ауылдың аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе, 2023 йылдан ветерандар советы президиумы ағзаһы.

Өс балаға атай, биш ейәнгә олатай булған Рәфҡәт Закир улы һис ҡасан ҡул ҡаушырып өйҙә ултырмай, бар ергә өлгөрә. Спорт менән шөғөлләнә, саңғыла һәм скандинавса йөрөй, ул һәр таңды тауға менеп ҡаршыларға күнеккән.

Уның тырышлығы менән башта китапхана, һуңынан почта булған бина "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына бергә йыйылып, төрлө саралар, өмәләр үткәреү өсөн бирелде. Тырыш аҡһаҡал бинаның башын тимер менән яптыртты, эске яҡтан ремонт эшләтте, йылылыҡ торбалары үткәртте. Бер яғын музей итеп бүлдереп, унда ауылдың күренекле кешеләре тураһында мәғлүмәттәр йыйыу менән мәшғүл.

Тыңғыһыҙ ауылдашыбыҙҙың матур, оло юбилейы - 80 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы теләйбеҙ!

Әнисә ҒӘЗИЗОВА, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Автор:
Читайте нас