Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Февраль , 11:24

Эремсектән тәмлекәс (Сочник)

Аш-һыу

Эремсектән тәмлекәс (Сочник)
Эремсектән тәмлекәс (Сочник)

Кәрәк: (ҡамыр өсөн): 210 гр он, 100 гр аҡ май, 50 гр шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, 1/4 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс, тоҙ.

Эслек өсөн: 200 гр эремсек, 40 гр шәкәр, 30 гр он, 20 гр ҡаймаҡ, 1 йомортҡа һарыһы.

Ҡамыр баҫырға, йәйергә һәм түңәрәк формалар менән ҡырҡырға. Һәр түңәрәктең эсенә эслек һалып, ярым түңәрәк итеп бөкләргә. Ярым түңәрәктәрҙе майлы табаға һалып, 200 градуста 20 минут самаһы бешереп алабыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: https://vk.com/club64139721

Автор:
Читайте нас