Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Февраль , 15:25

Ҡоштарға ярҙам итәйек!

Ҡоштар - кешеләрҙең иң ышаныслы ярҙамсылары.

Ҡоштарға ярҙам итәйек!
Ҡоштарға ярҙам итәйек!

Улар баҡсаларҙың, урмандарҙың, урмандарҙың биҙәге.

Ҡыш миҙгеле - ҡоштар өсөн иң ауыр осор. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, ыжғыр бурандарҙа бик күп ҡоштар аслыҡтан һәләк була. Һалҡындар башланыу менән ҡоштарға аҙыҡ кәмей. Сатлама һыуыҡ төндәрҙә туңмаҫ өсөн ҡоштарға бик күп энергия кәрәк. Көндәр ҙә бик ҡыҫҡа, шунлыҡтан аҙыҡ табыу өсөн ҡоштарҙың ваҡыты ла сикле. Һалҡындарҙан ҡасып һәм аҙыҡ табыуҙың еңелерәк юлдарын эҙләп, улар ҡала һәм ауылдарға, кеше йәшәгән тораҡ пункттарға яҡыныраҡ килә.

Ҡыш көнө ҡоштарға еңелерәк булһын өсөн уларҙы ашатып тороу мөһим. Үҙ сиратында улар беҙгә рәхмәт әйтеп, йәй көндәрендә баҡсаларҙы ҡоротҡостарҙан һаҡлар, матур тауыштары енән һөйөндөрөр.

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам күрһәтеү маҡсатында, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Экологик белем биреү бүлеге "Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!" исемле экологик акция иғлан итте. Был акцияға беҙҙең Егәҙе мәктәбенең IV класс уҡыусылары ла ҡушылды. Балалар ата-әсәләре менән берлектә барлыҡ тырышлыҡтарын һалып, фантазияларын эшкә егеп, тағараҡтар эшләп килтерҙе.– Ҡарабаш турғайҙар көнөнә арналған бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле саранан һуң, уҡыусылар дәррәү генә сығып тағараҡтарҙы кәрәкле урындарға элеп сыҡтылар. Һәр кем тағарағына әҙерләп килтергән емде һалып, артабан да ҡарап торорға вәғәҙә бирҙеләр.

Тыуған яҡҡа, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был сарала ҡатнашыусы уҡыусылар бик мөһим һәм файҙалы эш башҡаралар.

Гөлдәр ҠОТЛОБАЕВА.

 

Автор:
Читайте нас