Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Март , 11:46

Туҡһанда ла йүгереп йөрөй

Ҡаланың Октябрьский биҫтәһендә йәшәгән Асия Садыҡова - бала сағы ауыр йылдарға тура килгән, күпте кисергән хеҙмәт ветераны.

Туҡһанда ла йүгереп йөрөй
Туҡһанда ла йүгереп йөрөй

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере яҡшы, бигерәк тә уның даталарҙы, бала сағының һәр көнөн тиерлек иҫләүе һоҡландыра. Ошо көндәрҙә 90 йәшен ҡаршы алған ағинәй әле лә йүгереп йөрөп, гөрләтеп донъя көтә.

Асия Бәҙретдин ҡыҙы 1936 йылда Һаралы ауылында тыуған.

- Бала саҡтан эшкә шәп, егәрле булдым. Һигеҙ йәштән барлыҡ өй эштәрен эшләнем, һыйырын да һауҙым, ике айлыҡ ҡустымды ла ҡараным. Сөнки иртәнән кискә ҡәҙәр атай-әсәй эштә инеләр. Ғаиләлә 8 бала үҫтек. Бер һикелә күмәкләшеп йоҡлар инек. 12 йәштән атайым менән ағас әҙерләргә йөрөй башланым. Ағайым менән беҙ бысабыҙ, атайым яра. Ағас эше, утын әҙерләү менән Сумҡанда, Сырышҡыла, Әтәләмдә лә йәшәнек, хәҙер ул ауылдар юҡ инде. Һуңынан ауыр һуғыш йылдарын кисергән, Еңеү килгәс, илде тергеҙеү өсөн дә күп көс түккән атайым эш, ауыл хакимиәте яҡын булһын тип, ғаләбеҙҙе Туҡан ауылына күсерҙе.

Ағас эшендә ир-аттар менән бергә бик күп ҡатын-ҡыҙҙар михнәт күрҙе. Ни бары 200, 600 грамм икмәк бирелә, үлмәҫ өсөн йән-көскә тырыштыҡ. Икмәкте лә норма үтәгәндәргә генә бирҙеләр. Аяҡтарым туңыуҙан илай-илай утын бысыуҙарым әле лә күҙ алдынан китмәй.

Тормош иптәшем Хәлилде лә Туҡанда осраттым. Улар Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылынан күсеп килгән инеләр. 1961 йылда өйләнешеп, ғаилә ҡорҙоҡ, - тип ғүмер йомғағын һүтә Асия Бәҙретдин ҡыҙы.

Күптәр көнләшерлек татыу, матур ғүмер кисерә Садыҡовтар. Үҙ аяҡтарың менән йөрөп тапҡан ризыҡтан да тәмлеһе юҡ икәнен белеп үҫкәнгәлер, хеҙмәттән ләззәт табып йәшәйҙәр. Күп йылдар күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрайҙар.

Белорет ҡалаһына күсеп килгәс, төҙөлөшкә эшкә төшәләр. Бер аҙҙан Асия Бәҙретдин ҡыҙы “Заготконтора”ла әҙерләүсе-эшкәртеүсе эшенә күсә. Күп йыллыҡ тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була.

Балаларын да хеҙмәт һөйөүсән, әҙәпле итеп тәрбиәләйҙәр. Улдары Рәшит “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы”, “Рәсәйҙең иң яҡшы метизсыһы” исемдәренә эйә. Канатсы булып эшләгән Фәриттәре лә үҙ эшен намыҫ менән атҡара.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәлил Мәхмүт улының гүр эйәһе булыуына 9 йыл. Эшкә шәп, балта оҫтаһы булып танылған ғаилә башлығының ҡул һәм йөрәк йылыһын бик күп йорттар һаҡлай. Уның ҡулы тейгән йорттарҙың “ҡалай күлдәк” кейеп өлгөрмәгәндәре әле лә сағыу биҙәктәре, семәрҙәре, ишек-ҡапҡалары менән балҡып ултыра.

Уларҙың һандығында бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бергә “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” кеүек күкрәк билдәләре, миҙалдар ҡәҙерләп һаҡлана.

Асия Бәҙретдин ҡыҙы 90 йәшкә етһә лә, йүгереп йөрөп, һоҡланғыс донъя көтә. Баҡсаһында төрлө емеш ағастары, ҡыуаҡтар үҫә, уларҙы балалары кеүек тәрбиәләп, ҡарап тора, емеш-еләген дә эшкәртә.

- Бер ваҡытта ла тик ултырырға яратмайым, хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр. Бәйләм бәйләйем, ҡул эштәре менән шөғөлләнәм, үҙемә күлдәк һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тегәм. Һатыуҙыҡын оҡшатмайым. Бөгөнгө тормоштоң ни тиклем матур икәнен беҙ, оло йәштәгеләр генә, әйтә алалыр, сөнки хәҡиҡәт сағыштырыуҙа таныла. Хәҙер барыһы ла бар, кешелек бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй. Иркен тормоштан ҡәнәғәтмен, Аллаһ Тәғәләгә мең рәхмәттәр әйтеп, доғалар уҡып йәшәйем. Тиҙерәк илгә тыныслыҡ, именлек килһен! - тип тамамланы һүҙен һүҙгә әүәҫ әңгәмәсем.

Эйе, Асия Бәҙретдин ҡыҙы бөгөнгө көндә лә бик бәхетле. Йәнәшәһендә ярҙам итеүсе, шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашыусы таяныр балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәләре, туғандары бар. Киләсәктә лә уларҙың күңел йылыһын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә, муллыҡта, иҫән-һаулыҡта йәшәргә насип булһын, Аллаһ бойорһа!


Хәлиҙә БАКИРОВА.
Белорет.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас