Ул 20 март көнө билдәләнгән Бөтә донъя сәләмәт ауыҙ ҡыуышлығы көнөнә арналды.
Ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы - кеше һаулығының айырылғыһыҙ өлөшө. Тештәрҙең матурлығы һәм сәләмәтлеге тураһында һүҙ йөрөткәндә, ауыҙ ҡыуышлығын гигиеналы тәрбиәләүҙең профилактик әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Күп кеше ниндәй ҙә булһа стоматологик ауырыуҙарҙан яфалана, уларҙың күбеһен иртә стадияла еңел генә бөтөрөп була, йәки ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына яуаплы ҡарағанда, бындай сирҙәр бөтөнләй булмаҫҡа мөмкин.
Тештәрҙе һаҡлау өсөн комплекслы ҡараш мөһим:
1. Көндәлек гигиена. Был көн һайын үтәлергә тейешле ғәмәлдәрҙең нигеҙе. Тештәрҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартырға кәрәк: иртән (иртәнге аштан һуң) һәм кис (йоҡлар алдынан).
2. Профессиональ тәрбиә һәм тикшереү. Стоматологка даими күренеү мөһим. Профилактик тикшереүҙе йылына 1-2 тапҡыр үтергә кәрәк, хатта бер нәмә лә борсомаһа ла. Был проблемаларҙы (мәҫәлән, кариес) иң иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә.
3. Дөрөҫ туҡланыу һәм йәшәү рәүеше. Теш һәм ауыҙ ҡыуышлығының торошо туранан-тура нимә ашауыбыҙға бәйле.
► Шәкәрҙе сикләү. Шәкәр - кариес тыуҙырыусы бактериялар өсөн төп аҙыҡ.
► Баланслы рацион: һөт ризыҡтары, балыҡ, сәтләүек, йәшелсә, емеш-еләк.
► Ҡаты аҙыҡ ашау. Ул тештәрҙе тәбиғи рәүештә таҙартырға һәм ауыҙ ҡыуышлығына массаж эшләргә ярҙам итә.
► Етерлек һыу ҡулланыу. Һыу аҙыҡ ҡалдыҡтарын йыуырға ярҙам итә һәм тештәрҙе һаҡлаусы төкөрөк бүленеп сығыуҙы тәьмин итә.
► Насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу. Тәмәке тартыу һәм вейпинг - теш торошона кире йоғонто яһай, эмаль ҡарая, ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше барлыҡҡа килеү хәүефе арта.
4. Үҙ-үҙеңде контролдә тотоу һәм табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итеү. Организмығыҙ биргән сигналдарға иғтибарлы булыу мөһим. Тештәрҙең ҡанһырауын, һалҡын йәки эҫегә һиҙгерлеге артыуын, эмаль өҫтөндә таптар барлыҡҡа килеүен, ауыҙҙан насар еҫ сығыуын иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Дауалауҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Ауыртыу йәки был симптомдарҙың береһе барлыҡҡа килһә, мөмкин тиклем тиҙерәк стоматологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тештәрегеҙҙе ҡорал итеп ҡулланмағыҙ: шешәләрҙе асмағыҙ, тырнаҡтарҙы йәки башҡа ҡаты әйберҙәрҙе тешләмәгеҙ, эмаль ярсыҡтары барлыҡҡа килеүҙән һаҡланығыҙ.
Ауыҙ ҡыуышлығы тураһында даими хәстәрлек күреү - сәләмәт һәм матур йылмайыуға юл икәнде онотмағыҙ!
Район үҙәк клиник дауаханаһы