Был донъяла тормош һынауҙарына бирешмәй, үҙенең ныҡышмалылығы, тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы менән хыялына тоғро ҡалып, ҙур билдәлелек яулаған шәхестәр булыуы һәр беребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Республикабыҙҙың һәр ауылында матур тормош юлы үтеп, фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй, хөрмәт яулаған, ауылын бар донъяға танытҡан шәхестәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Мәшһүр яҡташыбыҙ, бөйөк рәссам халҡыбыҙҙың һоҡланғыс ир-уҙаманы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, СССР-ҙың һәм РСФСР‑ҙың халыҡ рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй художество академияһы академигы Әхмәт Лотфуллин арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе.
Рәссам Әхмәт Фәтҡулла улы 1928 йылдың 4 февралендә Әбйәлил районының Ҡырҡты тауы итәгендә урынлашҡан Орсоҡ ауылында тыуған. Бер нисә генә өйҙән торған, Ирәндек ҡуйынында ятҡан бәләкәй генә ауылда уның тыуған нигеҙе булған. Ишле ғаиләлә ике ҡыҙ, биш малай үҫә. Әхмәттең бала сағы һуғыш йылдарына тура килә, Асҡар һәм Абҙаҡ ауылдарында үтә. Әхмәт бала саҡтан һүрәт төшөрөргә ярата. Тырыш малай рәсемдәрен алып, Магнитогорск ҡалаһына йәйәү бара һәм һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, токарь һөнәрен үҙләштерә. Әммә рәссам булыу хыялы менән янған ауыл малайының артабан уҡырға теләге көслө була һәм ул үҙ ниәтен атаһы Фәтҡуллаға еткерә. Атаһы улына: - Ҡәләм менән буласаҡ ғаиләңде нисек аҫрарһың һуң, - тип аптырап ҡала, улының ниәтенә башта ҡаршы булһа ла уны күндерә алмай.
Ныҡыш егет үҙ һүҙендә ныҡ тора. Шулай итеп еңеү килтергән 1945 йылдың яҙында әсәһе Нәфисә, атаһы Фәтҡулла Әхмәткә фатиха биреп, оҙатып ҡала. Ҙур ҡалаға һүрәттәрен тотоп юлланған Әхмәт Фәтҡулла улы Ленинградтың 9-сы архитектура-художество училищеһын, һуңынан Өфөлә театр һәм һынлы сәнғәт училищеларын тамамлай, Литваның Вильнюс ҡалаһында дәүләт һынлы сәнғәт институтында белемен камиллаштыра. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа һәләтле, үтә тырыш башҡорт егете бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай үҙенә киләсәккә юл яра. Рәшит Килдейәров әйтмешләй, ҡәләме менән ғаиләһен дә ҡарай, бөтә илдә генә түгел, сит ҡитғаларҙа ла билдәлелек яулай.
Ошо көндәрҙә Әхмәт Лотфуллиндың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Был матур сараны рәссамдың ике туған һеңлеһе Әминә Ғазуан ҡыҙының улы Рәшит Килдейәров ойошторҙо. Сараға бөйөк шәхестең зат-зәүере, Лотфуллиндарҙың 60-тан ашыу вариҫы йыйылды. Хәтер һәм ҡәҙер сараһы үтәсәк залда Әхмәт Лотфуллиндың туғандарында һаҡланған 100-ҙән ашыу картиналары, ғаилә фотоһүрәттәре, архив документтары, рәссамға тапшырылған Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, уның тураһында төрлө йылдарҙа сығарылған буклеттар һәм башҡа документтар урын алған. Иң һоҡландырғаны - Әхмәт Лотфуллиндың буяуҙар, ҡыл ҡәләмдәр һалынған сумаҙаны - эш өҫтәле лә ошонда уҡ урынлаштырылған. Әйтерһең дә рәссам әле генә һүрәт төшөрөүенән бер нисә минутҡа ялға туҡтаған... Шулай уҡ залда Лотфуллиндарҙың ҙур шәжәрәһе урынлаштырылған. Шәжәрәне Лотфуллиндарҙың туғаны, Асҡарҙа йәшәгән Салауат Рәхимов төҙөгән.
- Архив документтарына таянып, шәжәрә өҫтөндә дүрт йылдан ашыу эшләнем. Иң алда барыһын да ҡағыҙға теркәп, төшөрөп барҙым. Ҡағыҙҙа ул 37 метр оҙонлоҡта булды. Һуңынан уны һүрәткә һалдым. Шәжәрәгә әлегә 1163 исем инде, - ти Салауат Ситдыҡ улы.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһен ойошторған Рәшит Рәис улы әҙерлек эштәрен бер йыл элек башлай. Әхмәт Фәтҡулла улының туғандарында һаҡланған бар эштәрен бергә тупларға тырыша. Ниһәйәт, күп кенә ҡомартҡыларҙы йыйғас, туғандарын саҡыра.
Рәшит Рәис улы сараны асып барыһын да тәбрикләгәндән һуң, ғорурлыҡ, һоҡланыу хистәре менән һуғарылған хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Артабан һүҙҙе Әхмәт Фәтҡулла улы иҫән сағында уның менән яҡындан аралашҡан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, арҙаҡлы ҡурайсы, дин әһеле Мөхәмәт Түлебаевҡа тапшырҙы. Мөхәмәт Усман улы рәссам тураһында матур иҫтәлектәре тураһында һөйләгәндән һуң, кисәнең тәүге өлөшөндә арҙаҡлы шәхес рухына арнап аят доғалары уҡыны, туғандары хәйер таратҡандан һуң барыһы ла аят ашынан ауыҙ итте.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткән зал бер мәлгә рәссамдың оҫтаханаһын хәтерләтте. Бында талант эйәһенең автопортретынан тыш, иң ҡәҙерле кешеләре - ата-әсәһе, ҡатыны, бер туғандары, яҡындары, ауылдаштары, Әбйәлил, Белорет райондарының хеҙмәт кешеләре портреттарын күрергә мөмкин. Шулай уҡ пейзаждарында туған яҡтарының хозур тәбиғәте, ул йәйәүләп үткән ауылдар сағылыш тапҡан. Бында Лотфуллиндарҙың ҙур ғаиләһендә һаҡланған коллекцияның тик бер өлөшө генә килтерелгән. Уларҙың күбеһе этюдтар, йәғни төп картинаға әҙерлек барышында төшөрөлгән һыҙмалар. Ҡабатланмаҫ эштәрҙең бер нисә вариантын күреү - үҙе бер бәхет, онотолмаҫ иҫтәлек.
Әминә Ғазуан ҡыҙы ағаһы Әхмәт Лотфуллин тураһында бик күп яҡты хәтирәләр һаҡлай.
- Әхмәт ағайым әсәһенә оҡшап сабыр холоҡло, нескә күңелле, тырыш, ябай кеше ине. Туғандарын бик яратты, һәр саҡ аҡыллы кәңәштәрен биреп, дәртләндереп торҙо. Уның менән әңгәмәләшеп ултырыуы иҫ киткес матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Ул бик белемле, уҡымышлы кеше ине. Өфөгә барғанымда Әхмәт ағайым мине ултыртып ҡуя ла һүрәткә төшөрә. Үҙе йырлап тора, үҙе эшләп тора. Башҡорт халыҡ йырҙарын бик матур башҡарыр ине. Ул йырлаһа, күңелем тулып илайым да ебәрәм. Шунан ул мине тынысландырып, мәҙәктәрен һөйләп көлдөрөп алыр ине. Шулай итеп мин дә уның картиналар коллекцияһына эләктем. Әле уның был картиналарын ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайбыҙ, - ти Әминә Килдейәрова күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.
Хәтер кисәһендә Өфө, Әбйәлил, Учалы, Сибай, Белорет һәм башҡа райондарҙа йәшәгән туғандары ҡатнашты. Билдәле яҡташыбыҙ тураһында ҡаланың күп профилле һөнәри колледжы (педагогия колледжы) директоры Гөлшат Йомағолова, Мазһар Йомағолов, Гөлшат Ишҡыуатова һәм башҡалар күңелдәрҙе иретерлек йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Һәр кем рәссам Әхмәт Лотфуллин тураһында матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ижадына ҡағылышлы һағышлы ла, күңелле лә ваҡиғалар тураһында һөйләне, картиналарҙа үҙҙәрен күреп һөйөндө, рәссам менән булған мәҙәк хәлдәрҙе иҫкә алып күңелдәрен бушатты. Һәр сығышта күңел йылылығы, ихласлыҡ, хөрмәт сағылды. Уның һөйөклө ҡатыны Луиза Мөжәүир ҡыҙы тураһында ла матур иҫтәлектәр әйтелде. Луиза Мөжәүир ҡыҙы үҙе лә һөнәре буйынса төплө, көслө искусствовед булған. Рәссамдарҙың эшен анализлап, белгестәргә, халыҡҡа еткереү, дөрөҫ аңлатыу үҙенә күрә ҙур һөнәр. Рәссамдың билдәле шәхес булып китеүендә уның роле бик ҙур. Ул уны ҡурсалап, ярҙам итеп йәшәгән, уның ышаныслы терәге, яратҡан ҡатыны булған.
Әхмәт Лотфуллин ғәжәп моңло тауышҡа эйә булған, фортепианола, мандолинала ла оҫта уйнаған. Музыкаға һәләт уға нәҫелдән күсә. Ғәйнулла исемле ағаһы ҡурайҙа уйнарға өйрәтә, йырҙарҙың легендаларын һөйләй. Шуның өсөн балалыҡ йылдарының иң матур көндәрен хәтерләткән ҡурайы, эш араһында моңландырып сиртеп-сиртеп алған мандолинаһы рәссамға илһам биргәндер. Улар аша ул моң тойорға, матурлыҡты аңларға өйрәнгән һәм ошо хистәрен рәсемдәре аша халыҡҡа еткергән.
Рәшит Рәйес улы сараны алып барғанда остазға ҡарата күңелендә булған оло ихтирамын күрһәтте, һәр кемгә хөрмәт менән һүҙ бирергә мөмкинлек тапты, Әхмәт Лотфуллиндың картиналарын күрһәтеп, ғаилә иҫтәлектәрен яңыртты. Лотфуллиндар ғаиләһенең иң оло һәм иң кесе кешеһенә бүләктәр ҙә тапшырҙы. Туғандары был сараны уҙғарыуҙа күп көс һалған Рәшит Килдейәровтың ғаиләһенә рәхмәттәрен белдерҙе.
Тәбиғәт һәм яҡташтары, моң һәм күңел матурлығы - рәссамдың төп темалары. - “Һүрәт тураһында һөйләмәйҙәр, уны ҡарайҙар, тоялар, уйланалар”, - тигән рәссам үҙе.
Эйе, Әхмәт Лотфуллин ХХ быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда һынлы сәнғәт үҫешен дауам итеүсе генә түгел, ә үҙ традицияларын булдырыусы ла. Бөгөн ҡыл ҡәләм оҫтаһының ижади эштәре Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең, сит илдәрҙең алдынғы музей-галереяларында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Әхмәт Лотфуллин үҙенең әҫәрҙәрендә ғүмер буйы башҡорт халҡын, уның үткән тарихын һүрәтләй. Ул бик күп картиналар, тиҫтәләгән портреттар һәм йөҙләгән һүрәттәр ҡалдыра. Яҡташтарының, туғандарының һәм яҡындарының, балаларҙың һәм ололарҙың, Башҡортостандың әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең портреттарын яҙа. Башҡорт ауылы тормошонан күп сюжеттар эшләй. Ул һүрәтләгән күренештәр күңелгә шул хәтлем яҡын. Уның “Өс ҡатын”, “Көтөү”, “Һабантуй” картиналары, “Әсә”, “Атай”, “Башҡорт ҡатыны”, “Колхозсы Ишбикә апай”, “М.И.Калинин исемендәге колхоздың алдынғылары”, Һ.Л. Дәүләтшина, М.А. Буранғолов, Р.Т. Бикбаев, З.А. Биишева, М.С. Кәрим портреттарында авторҙың талант, ижади шәхестең үҙенсәлеге сағыла. “Ғаилә”, “Колхозсы Рәжәп ғаиләһе” триптихы, “Башҡортостандың Урал аръяғы. Һабантуйға”, “Ауылда Беренсе май. 1930‑сы йылдар”, “Өмөт”, “Шәйехзада Бабичҡа арнау”, “Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат”, “Иҫке тимерлек”, “Алтын туй”, “Аҡ тирмә”, “Августа бесән ваҡыты”, “Цехта”, “Белорет металлургия комбинаты панорамаһы”, “Металлургтар бригадаһы” (ике вариант), “Сталевар Емельянов” һәм башҡа бик күп картиналары илебеҙҙең билдәле картиналар галереяһын биҙәй, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙар, галереялар һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Рәссамдың тормош иптәше Луиза Мөжәүир ҡыҙы иҫән сағында, васыят итеп Әхмәт Лотфуллиндың картиналарын Әбйәлил районына бүләк иткән. Әхмәт Фәтҡулла улының иң күренекле һаналған йөҙ дана картинаһы бөгөн Өфөнөң Нестеров исемендәге музейында урын алған. “Фронтҡа оҙатыу” картинаһы - Мәскәүҙә Третьяков галереяһында, “Хушлашыу” тигәне Рус музейында һаҡлана.
Бөйөк рәссамдың исеме мәңгеләштерелгән, Өфөлә Әхмәт Лотфуллин йәшәгән йортҡа, Абҙаҡта уның исемен йөрөткән мәктәп бинаһына барельефлы мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Өфөлә бер урам уның исемен йөрөтә, йыл һайын республиканың мәктәптәрендә Әхмәт Лотфуллинға арналған саралар ойошторола. Рауил ауылының бер урамына уның исеме бирелгән. Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллиндың тормош һәм ижад юлына бағышланған китап сығарылған. Уның авторы - Любовь Попова. Яҡташыбыҙҙың исем-шәрифе илебеҙҙең билдәле кешеләре китабына индерелгән. Уның ижады тураһында китаптар, буклеттар, йәш рәссамдар өсөн ҡулланмалар сығарылған. Рауил ауылында Әхмәт Лотфуллиндың васыяты буйынса уның йортонда мәсет асыла.
- Минең өсөн тыуған еремдән һәм тыуған халҡымдан да ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ нәмә юҡ. Мин халҡымдың еңел булмаған тормошон, милли традицияларға үрелгән бай тарихлы үткәнен күрһәтергә ынтылдым - тигән Әхмәт Лотфуллин. Эйе, ғүмерен халҡын данлауға арнаған шәхесте, милләтебеҙ ғорурлығын бөгөн уны халҡы данлай.