

Милли кейем көнө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2020 йылда булдырыла. Уның төп маҡсаты - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү. Был байрам йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үтә һәм мәҙәни кодты һаҡлауға, традицион кәсептәрҙе популярлаштырыуға, милләт-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән. Байрам Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтә йәшәгәндәрҙе лә берләштерә. Милли кейем - халыҡтың визит карточкаһы, тарихы, үҙенсәлеге, ғорурлығы. Йылдан-йыл уға ҡыҙыҡһыныу арта һәм әлеге ваҡытта милли кейемһеҙ бер сара ла үтмәй.
Резеда Рифғәт ҡыҙы конкурста ҡатнашыусыларҙы, был матур сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң, конкурсанттарҙың эшен баһалаясаҡ мәртәбәле жюри ағзалары менән таныштырҙы. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллина, ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Зилә Абзалова, мәғариф ветераны Зөбәржәт Суфьянова, милли кейемдәр тегеү оҫтаһы Таңһылыу Байморатова халыҡ оҫталарының эшен баһалауға бик етди ҡараны. Конкурсты ойоштороуға күп көс һалған "Гүзәл" туҡымалар салоны директоры Гүзәл Мостафина сараны үҙенсәлекле һәм йәнле итеп алып барҙы.
Донъяла барған глобалләшеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген юйыуға илтә. Шуға ла һәр халыҡтың милли-мәҙәни үҙенсәлектәрен, милләт бөтөнлөгөн, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау мөһим. Милли кейем үткән, хәҙер һәм бөгөнгө араһындағы бәйләнеште һаҡларға ярҙам итә. Башҡорттарҙың бөгөнгә тиклем килеп еткән боронғо милли кейеме башҡа бер халыҡта ла булмағанса үҙенсәлеге менән айырылып тора. Милли кейемдәрҙе тегеү һәм биҙәү, үҙе бер сәнғәт. Шулай уҡ милли кейем халыҡтың мәҙәни-социаль статусын, этник сығышын билдәләй, кешенең эске донъяһы - рухиәтен, эстетик-мәҙәни ҡараштарын күрһәтеп тороусы билдә лә ул. Жюри ағзалары һәр сығыш яһаусының эшенә хөрмәт менән ҡараны, милли кейемдәрҙәге һәр биҙәккә, тегелешенә иғтибар итте. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме, төп биҙәүес - яға, хәситә, ҡыҙҙар түбәтәйе (ҡалпаҡ), янсыҡ номинацияларында тарихи өлгөләр ҡулланып, иҫ китмәле бай, матур, зауыҡ менән тегелгән эштәр ҡаралды.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп биҙәүесе булып һаналған яға-һаҡалды халыҡ араһында селтәр, күкрәксә, түшелдерек, алмиҙеү тип тә йөрөтәләр. Уның башҡа атамалары ла бар. Башҡортостандың төрлө урындарында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күкрәк биҙәүестәре формаһы, мәрйен һәм көмөш нисбәте, уларҙың нисек урынлашыуы менән айырылып тора. Хатта бер районда ла улар төрлөсә аталған һәм биҙәлеше буйынса айырылып торған. Һәр ырыу ҡатын-ҡыҙҙары яға-һаҡалдарын үҙҙәренсә биҙәгән. Элек-электән һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейем тегергә оҫта булған. Үҙенең һөнәрен ҡыҙҙарына, килендәренә өйрәткән һәм милли кейем өлгөләре шулай итеп быуындан-быуынға күсә килгән. Елән, камзулдарҙы ҡатын-ҡыҙҙарға билләп, сигеп, ситенә уҡа, түш-яурыны һәм бөйөрҙәренә тәңкә-мәрйен, уҡа-суҡтар баҫып, ҡашлы ҡаптырма ҡуйып теккәндәр. Шулай уҡ ебәк, бәрхәт ҡулланғандар. Традицион башҡорт костюмдарында бер ваҡытта ла арзан, яһалма биҙәүестәр булмаған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары көмөштө үҙ иткән, ошо металдың шифалы дауалау үҙенсәлектәрен белгән һәм уның яман көстәрҙән һаҡлағыс тылсымына ышанған.
Конкурста ҡатнашыусылар елән, кәзәкей, бишмәт, камзул, таҫмалы күлдәк, бала итәкле күлдәк, кәпшә (эске күлдәк), алъяпҡыс, ситек, сарыҡ һәм башҡа бик күп төрлө кейемдәр тураһында ихлас күңелдән үҙҙәре белгән мәғлүмәт менән уртаҡлашты, үҙҙәре теккән сағыу кейемдәрҙе күрһәтте.
"Традицион башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме" номинацияһында 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Зыкрина - III, II һәм I дәрәжә Дипломға Әбйәлил районынан килгән, милли кейемдәрҙе тергеҙеү һәм тегеү буйынса оҫтабикәләр, бай милли кейем коллекцияларын булдырған, республиканың бик күп конкурстарында ғаиләләре менән ҡатнашып тәүге урындар яулаған килен менән ҡәйнә Ләйсән Мөхәмәтйәрова менән Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова лайыҡ булдылар.
"Янсыҡ" номинацияһында Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Рәхилә Рәхимова - I дәрәжә Диплом менән билдәләнде. Ул әсәһенән ҡалған ҡомартҡы өлгөһөн күрһәтте, жюриға үҙе теккән янсыҡты тәҡдим итте, шулай уҡ уға арналған легенданы бәйән итте.
"Традицион башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар түбәтәйе" номинацияһында Гөлнара Зыкрина - II, Ләйсән Мөхәмәтйәрова - I дәрәжә Диплом яулап ҡыуанды. Ләйсәндең түбәтәйҙәренең күплеге, матурлығы барыһын да хайран итте.
"Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион яғаһы" номинацияһында Гүзәл Сафуанова - III, Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Рәзилә Зарипова - II, Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова - I дәрәжә Дипломға эйә булды.
"Традицион хәситә" номинацияһында Гөлнара Зыкрина - III, Гүзәл Сафуанова - II, Минегөл Ғарифуллина - I дәрәжәле Диплом менән билдәләнде. Хәситәләрҙең боронғо ваҡыттан һаҡланғаны ла, стилләштерелгәне лә күп булды.
Конкурста ҡатнашҡан өсөн Нәғимә Мөхәмәтова, Гүзәл Йомағужина, Рәзилә Сөләймәнова, Айгөл Ғарипова, Зилә Хажина, Таңһылыу Баҡыева, Нурбикә Канафина Дипломдар менән бүләкләнде.
Шулай итеп милли кейемгә арналған конкурс күңелдәрҙе ғорурлыҡ, һоҡланыу, хис-тойғолар кисерештәре менән байытып бер тынала үтте лә китте. Конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү ҙә ихлас башҡарылды. Бынан тыш, башҡорт милли кейемен һаҡлау, популярлаштырыуға өлөш индергән өсөн конкурстан тыш махсус приздар һәм дипломдар ҙа тапшырылды, этно-музей хужабикәһе Резеда Рифғәт ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән сәй табыны артында фекер алышыу, аралашыу оҙаҡ дауам итте.
Эйе, һәр халыҡ үҙенең традициялары менән көслө. Милли кейем донъя халыҡтары мәҙәниәтенең мөһим һәм айырылғыһыҙ өлөшө, биҙәү сәнғәтенең күп төрҙәре ҡатнашмаһы булып тора. Тап ошолар уны бөгөн дә көнүҙәк итә.