

Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар берлеге "Урал" гәзите менән берлектә данлыҡлы яҡташыбыҙ, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостандың яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы Сабир Шәрипов исемендәге төбәк-ара уймаҡ хикәйәләр конкурсын иғлан итеүгә лә ике айҙан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Ошо көндәрҙә Инйәр мәҙәниәт йортонда конкурстың йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Конкурста республикабыҙ һәм күрше өлкәләрҙән 58 ижадсы ҡатнашты. Абруйлы баһалама ағзалары Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Шәрипова, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре Фәриха Вәлиуллина, Сатура Минһажитдинова һәр хикәйәгә иғтибарлы булып, ғәҙел баһаларын ҡуйҙы. Шуны ла әйтергә кәрәк, яҙыусы яҡташыбыҙ исемендәге уймаҡ хикәйәләр конкурсы быға тиклем район кимәлендә ике тапҡыр "Урал" гәзите тарафынан үткәрелде.
Ойоштороу һәм йомғаҡлау сараһын Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар берлеге етәксеһе Әлиә Саматова һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә, бай йөкмәткеле итеп алып барҙы.
- "Прозала ижад итер өсөн һәйбәт кеше булырға кәрәк,"- тигәйне бер интервьюһында Сабир Нәғим улы,- тип сараны башлап ебәрҙе Әлиә Саматова. Сабир Шәрипов исемендәге уймаҡ хикәйәләр конкурсын быйыл төбәк-ара итеп иғлан иткәйнек, ысынлап та үҙенең кимәлен раҫланы. Башҡортостаныбыҙҙың бихисап райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән бик күп ижадсылар ҡәләмен һынаны.
Йомғаҡлау тантанаһында Сабир Нәғим улының тормош иптәше Зәйтүнә Шәрипова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Шоңҡар" журналы журналисы, яҙыусы Венер Исхаков, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова ҡатнашты.
Конкурсты йомғаҡлау сараһына Өфө, Сибай, Белорет, Учалы, Межгорье ҡалаларынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Белорет райондарынан конкурсанттар килде.
Сабир Шәрипов тураһындағы йылы ла, ҡыҙыҡлы ла хәтирәләр Инйәр мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистарының сығышы менән аралаштырылып алып барылды. Әлиә Марс ҡыҙы сценарийҙы әҙиптең дуҫы, Ғафури ижадсыһы Дәриғәт Рәхимовтың хәтирәләрен ҡулланып төҙөүе менән отто. Әҙәби кисә йылы тәьҫораттарға бай булды.
Махсус приздар менән бер төркөм яҙыусылар билдәләнде. "Йәшлек"гәзитенең призына - Гөлсөм Мостафина, "Ағиҙел" журналы - Хәлиҙә Чембарисова, "Урал" гәзитенең бүләктәренә Зөлфирә Ғәлиева, Әминә Яхина, Мәүлит Кәрими, Дәриғәт Рәхимов, Марсель Хамматов, Шәриповтар ғаиләһенең призына - Йәмил Ҡотлогилдин лайыҡ булдылар.
Шулай уҡ призерҙар исемен Илсиә Ҡасимова-Яныбаева, Мәҙинә Йәғәфәрова, Мансур Багаув, Нәсих Сәлмәнов (Әбйәлил), Фирүзә Шәһәретдинова, Нәилә Хәмбәлиева (Учалы), Сибәғәт Рахманғолов (Ҡырмыҫҡалы), Әнисә Ғәзизова, Фәриҙә Мәхмүтова, Рәүфә Айытбаева, Ринат Шәйбәков (Белорет районы), Дәриғәт Рәхимов (Ғафури), Миңзәлә Хәлилова (Дәүләкән), Әлнисә Алдырханова, Фиса Кинйәбулатова, Фәрит Әхмәров (Сибай), Сергей Калугин (Магнитогорск), Рәйлә Хисмәтуллина (Силәбе өлкәһе, Ҡыҙыл районы) яуланы, барыһына ла Дипломдар, бүләктәр тапшырылды.
"Башҡорт телен үҫтереүсе" номинацияһында Хәлиҙә Чембарисова, Гөлсибәр Шакирова, Миләүшә Ғәйфуллина, Рәшиҙә Рәис, Римма Әхмәтйәнова, Йәмил Ҡотлогилдин (Өфө), Гөлдәр Кәримова, Әнүзә Мәжитова, Хәлил Биктимеров (Баймаҡ районы), Гөлнара Иҫәнғолова (Ҡырмыҫҡалы), Эльвира Сәйәхова, Альбина Хәйретдинова, Рәфиғә Ғәлиуллина, Рамай Ҡаһир, Гөлсөм Мостафина, Раят Вәлиев, Мәүлит Кәрими (Белорет), Гөлшат Ҡаранаева (Көйөргәҙе), Гүзәл Сиражетдинова, Дилара Мәхмүтдинова, Роза Нуретдинова (Учалы), Сәйфулла Ғайсин, Марсель Хамматов (Әбйәлил), Әминә Яхина, Таңһылыу Йәнтурина, Мотал Рәмов (Сибай), Сафинә Хәкимова (Магнитогорск), Зөлфирә Ғәлиева (Межгорье), Мансур Рәхимғолов, Рөстәм Султаҡаев билдәләнде.
III дәрәжә Дипломға Франгил Ғәлиев (Межгорье), Айгөл Ишемғужина - Иҙелбаева (Баймаҡ), Нәсибулла Һаҡмаров (Сибай), Закир Вәлитов (Ырымбур), II дәрәжәле Дипломға Сәүиә Закирова (Белорет районы), Радик Өмөтҡужин, Рүзидә Үтәшева-Кәримова (Сибай), I дәрәжә Дипломға Сәүиә Солтанова (Белорет районы), Гөлнәзирә Ҡашҡарова (Баймаҡ), Хәмит Карамалинский (Өфө) хикәйәләре лайыҡлы тип табылды.
Йәнтөйәген өҙөлөп яратҡан, йор телле, рухлы һәм һәләтле яҙыусы Сабир Шәриповтың да рухы ҡыуанғандыр. Сараны үткәреүҙә ярҙам иткән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, бәрхәт тауышлы Илнур Әхмәтшинға, Сәғилә Мырҙағәлинаға, Нәфис Сәғитуллинға, Мөхәмәтдин һәм Айрат ағайҙарға, "Тау шишмәһе" башҡорт халыҡ вокал ансамбленә, Инйәр ағинәйҙәренә рәхмәтлебеҙ! Конкурста ҡатнашҡан ҡәләмдәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңышлы ижад итеүҙәрен теләйбеҙ!