Һабантуйҙа гөрләштек, Уйнап-бейеп, көрәштек...

Байрамдар

Бала күңелендә башҡорт халыҡ йолаларына һөйөү уятыу, уның традицияларын дауам итеү, үҫеп килгән быуынды физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу өҫтөндә ҡаланың  “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында һәр ваҡыт маҡсатлы эш алып барыла. Ошо көндәрҙә унда шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте. Байрамды һабантуй Батыры бүләктәр бәйләнгән ҡолғаһын тотоп, өҙә баҫып бейеүе менән башлап ебәрҙе. Ул балаларҙы байрамға саҡырып, уларҙы ла үҙе кеүек батыр, етеҙ, егәрле булырға өндәне, уйындарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа байрамға буш ҡул менән килмәгән: улар шиғырҙар һөйләп ишеттерҙеләр, дәртле йырҙары менән күңелдәргә дәрт өҫтәнеләр. Артабан ҡыҙыу уйындар башланып китте. Ниндәй генә уйындар уйнаманы балалар! Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та, һыбай ҙа, мөлдөрәмә тулы биҙрәләр көйәнтәләп тә, тоҡ кейеп тә кем уҙарҙан ярыштылар! Һабантуйҙа иң билдәле уйындарҙың береһе
- тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартышыу, шулай уҡ “Әтәстәр көрәше” тигән башҡорт халыҡ уйыны малайҙарға бигерәк тә оҡшап ҡалды - ҡабат-ҡабат һорап уйнанылар.

Әлбиттә, байрам бүләкһеҙ ҙә булмай бит инде! Уйындар аҙағында һәр кем приз алып һөйөндө.

Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы: ҡыҙҙар-йондоҙҙар башҡарған “Бөрлөгән” бейеүен барыһы ла үҙ итте, ә инде бергәләп йырлы-бейеүле “Үҙән буйы” уйынын уйнау матур сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

Төрлө уйындар уйнап, күңел асып арып киткәс, балалар өйҙән килтергән тәмлекәстәре - әсәйҙәре бешергән башҡорт милли ризыҡтары менән һыйланып, урман сәйе эстеләр. Байрамдан балалар көс-дәрт, дарман алып, яҡшы кәйеф менән таралды.

Зөлфиә СӘЛИХОВА, "Тирмәкәй"балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:
Читайте нас