Йәйге лагер балалары – полиция музейында

Йәйге каникулдар - асыштар һәм яңы белемдәр ваҡыты.

Йәйге лагер балалары – полиция музейындаЙәйге лагер балалары – полиция музейында
Йәйге лагер балалары – полиция музейында

“Движение” фитнес-клубының йәйге лагеры программаһы сиктәрендә бабалар Белорет полицияһы музейында булып, тарих һәм патриотизм донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәткә сыҡты.

Экскурсияны музей етәксеһе, отставкалағы милиция полковнигы Александр Борисков үткәрҙе. Уның мауыҡтырғыс лекцияһы балаларҙы Белорет милицияһының бай тарихына алып ҡайтты. Александр Викторович ҡалабыҙҙа милицияның нисек һәм ҡасан ойошторолоуы тураһында һөйләне, шулай уҡ төрлө бүлексәләр һәм хеҙмәттәрҙең үҙенсәлектәрен сағылдырған уникаль экспонаттар һәм фотоһүрәттәр күрһәтте.

Белорет милиционерҙарының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуына айырыуса иғтибар бүленде. Балалар тәртип һаҡсыларының тыуған ерендә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙән тыш, үҙ иленең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн дә көрәшеүен белде. Был батырлыҡ һәм фиҙакәрлек тураһындағы хикәйәләр бабаларҙың йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.

Экскурсия барышында балалар бығаса күрмәгән ғәҙәти булмаған экспонаттар тураһында һорауҙар бирҙе. Тарихҡа ҡыҙыҡһыныу һәм үткәндәр тураһында күберәк белеү теләге экскурсовод менән балалар араһында йәнле диалог атмосфераһын булдырырға мөмкинлек бирҙе. Уларҙың һәр береһе музейҙан яңы белем менән генә түгел, ә илһам, дәрт тә алды.

Осрашыу йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте. Музейҙарға йөрөү үҫеп килгән быуында анализлау, логик сылбырҙар төҙөү һәм һорауҙар биреү һәләтен формалаштыра. Был үҙ аллы фекерләүселәрҙе формалаштырыу юлында мөһим аҙым, улар күргәндәре нигеҙендә үҙ һығымталарын яһай ала.

Шулай итеп, полиция музейына экскурсия танып-белеү сараһы ғына түгел, ә илһөйәрлек дәресе булды һәм үҙ илебеҙҙең тарихын хөрмәт итеү кәрәклеген аңлатты. Балалар был көндө ишеткән ғәжәйеп хикәйәләрҙе оҙаҡ хәтерләр һәм, бәлки, уларҙың ҡайһы берҙәре Тыуған илгә хеҙмәт итеү юлын һайлар.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас