Таҡта һатып тип...

Белоретта йәшәгән ҡатын популяр иғлан сайтында таҡталар һатып алғанда 30 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан.

Таҡта һатып тип...Таҡта һатып тип...
Таҡта һатып тип...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урындағы ҡатындан ғариза килгән. Ҡатын популяр интернет-платформа аша таҡталар һатып алырға ҡарар итә һәм тейешле иғлан тапҡас, һатыусы менән бәйләнешкә инергә тырыша. Әммә яуап биреүсе булмай.

Тиҙҙән уға үҙен һатыу буйынса менеджер тип танышҡан кеше шылтыратып, мессенджерҙа аралашыуҙы дауам итергә тәҡдим итә. Хат алышыу барышында мутлашыусылар һатып алыу тураһында килешеү ебәрә, унда яҡтарҙың бурыстары аныҡ яҙылған һәм түләү өсөн реквизиттар күрһәтелгән. Килешеүҙең законлы булыуына инанғас, зыян күреүсе аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсерә һәм түләү тураһында квитанция ебәрә.

Таҡталар икенсе көндө килтерелергә тейеш була, әммә тауар килмәй. Мутлашыусылар менән бәйләнешкә инергә маташыу уңышһыҙ була, шылтыратылған номерға бер кем дә яуап бирмәй. Һөҙөмтәлә зыян күреүсе тауарһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡала.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (алдау). Әлеге ваҡытта енәйәтселәрҙе асыҡлау һәм ҡулға алыу маҡсатында тикшереү үткәрелә.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас