Ҡул эштәре оҫтаһы менән осрашыу

Ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың тәрбиәселәре Дауыт Юлтый исемендәге китапханала үткәрелгән "Башҡорт донъяһына сәйәхәт. Түшелдерек. Сәс үргес" исемле матур сарала ҡатнашты. 

Ҡул эштәре оҫтаһы менән осрашыуҠул эштәре оҫтаһы менән осрашыу
Ҡул эштәре оҫтаһы менән осрашыу

Сара "Күк ҡош" балалар уҡыу үҙәге  ойошторған "Оҫталар менән осрашыу" тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү экспедицияһы, "Урын генийы" проектының "Халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре" рамкаһы сиктәрендә үткәрелде.

Башҡорт халҡының традицияларына һәм мәҙәниәтенә, башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма ижадына ҡушылыу маҡсатында, башҡорттарҙың тормошо һәм көнкүреше тураһында һөйләшеү ойошторолдо, башҡорт халҡының тарихына ҡағылып, төрлө һөнәрҙәрҙең, кәсептәрҙең ҡайҙан барлыҡҡа килеүен белдек. Мәғлүмәт өсөн күргәҙмә ҡулланылды, әҙәбиәткә байҡау яһалды, "Башҡорт халыҡ биҙәүесе -сәс үргес" исемле билдәләр таратылды.

Оҫтабикә Альбина Фәйзуллина үҙенең ҡул эштәре күрһәтте, уларҙы нисек эшләүе, ҡасандан бирле был эштәр менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡашмауҙарҙы, түбәтәйҙәрҙе, түшелдеректәрҙе, сәс үргестәрҙе һәм башҡа бик күп ҡул эштәрен ҡаранылар, оҫтабикәгә һорауҙарын бирҙеләр.

Сара китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә үтте. Балаларҙы унда башҡорт милли кейемдәре менән танышты, халыбыҙҙың ниндәй кәсептәр менән шөғөлләнеүе тураһында  мәғлүмәт бирелде.

Осрашыу барышында презентация ҡулланып,  балаларҙы Белорет ҡалаһы һәм районында йәшәгән оҫта ҡуллы кешеләрменән таныштырҙыҡ.

Осрашыуҙы "Үҙ ҡулыбыҙ менән сәс үргес эшләйбеҙ" аталмылышлы оҫталыҡ дәресе менән тамамланыҡ. Балалар тәңкәләр теҙергә өйрәнделәр,  таҫмалар, ептәр һайланылар, энә менән дә тектеләр. Ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн, малайҙар яратҡан әсәйҙәре өсөн бөтә күңел йылыларын һалып, был оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Дәрес балаларға бик оҡшаны, күптәре өйҙәренә ҡайтҡас әсәйҙәре менән был эште дауам итәсәктәрен белдерҙеләр.

Был көндө беҙ матур башҡорт донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ, балалар күп нәмә хаҡында белделәр, сара бик күңелле үтте.

Башҡорт донъяһына "етәкләп" алып ингән, күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре менән  таныштырған, оҫталыҡ дәресендә лә әүҙем ҡатнашҡан Альбина Миниәхмәт ҡыҙына ҙур рәхмәт еткерәбеҙ.   

Флүрә Шакирова, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.

Автор:
Читайте нас