Бергәләп хәүефһеҙерәк итәйек!

3 июль - ЮХХДИ хеҙммәткәрҙәре көнө

Бергәләп хәүефһеҙерәк итәйек!Бергәләп хәүефһеҙерәк итәйек!
Бергәләп хәүефһеҙерәк итәйек!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Туғыҙ тиҫтә йыл дауамында был абруйлы ойошма юлдарҙа яҡлаусы ышаныслы ҡалҡан 
булып хеҙмәт итә, профессионализм, яуаплылыҡ һәм үҙ эшенә тоғролоҡтоң юғары стандарттарын кәүҙәләндерә.
 
Бөгөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре алдында ҡатмарлы бурыстар тора: юл-транспорт ваҡиғаларын теркәү, рәсмиләштереүҙән алып, аварияларҙы иҫкәртеүгә һәм халыҡҡа мәғлүмәт биреүгә тиклем. Хеҙмәттәренең төп бурыстары булып юлдарҙа үлем осраҡтарының кәмеүе, транспорттың техник торошон контролдә тотоу, эскән килеш руль артына ултырыу осраҡтарын кәметеү, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе булдырыу тора.
 
Һанлы сервистар индерелһә лә, авариялар күп теркәлгән урындарҙа, трассаларҙа күпләп камералар ҡуйылһа ла, “кеше факторы” төп урында тора -  инспекторҙар авария урынына беренсе булып килә, водителдәргә ярҙам итә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлата. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы коллективы берҙәмлеге һәм дөйөм маҡсатҡа ынтылышы менән айырылып торған 29 юғары квалификациялы белгестән тора.
 
Ҡасандыр инспектор булып хеүмәт юлын башлаған бүлек начальнигы, полиция майоры Евгений Изотов команданы ғорурлыҡ менән етәкләй, коллегаларын яңы ҡаҙаныштарға рухландыра. Буш ваҡытта ул эш менән ял араһында гармония таба, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ, йәғни мөһим миссияны үтәү өсөн көсөн ҡайтарырға ярҙам иткән шөғөлдәр менән мауыға.
 
Хеҙмәткәрҙәр араһында юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа айырылып тора. Административ ҡануниәт буйынса 17 йыл  инспектор булып хеҙмәт иткән  полиция капитаны Гүзәл Дәүләтшина ауыр хәлгә эләккәндәргә хәстәрлек, ярҙам күрһәтә. Ә өлкән инспектор, полиция капитаны, биш бала әсәһе (уларҙың икәүһе шулай уҡ Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре) Элиза Нәжметдинова хеҙмәтенә тоғролоҡ күрһәтә һәм ғаилә ҡиммәттәрен профессиональ бурыстар менән берләштереү оҫталығы менән рухландыра.
 
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы көнө - хеҙмәткәрҙәр өсөн байрам ғына түгел, ә барыбыҙ өсөн дә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында мөһим иҫкәртеү булып тора.
 
Райондың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен ҙур юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ! Алда йәмғиәт мәнфәғәте өсөн күп йылдар уңышлы эшләгеҙ, ә көн һайын кешеләр менән аралашыу ҡыуаныс ҡына килтерһен. Юлдарыбыҙҙы бергәләп  хәүефһеҙерәк итәйек!
 
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас