Зөлғинә Ишбирҙе ҡыҙы 1936 йылда Ҡалашты ауылында тыуған. Бала сағы ауыр йылдарға тура килһә лә, уҡырға, белем алырға тырыша. Тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптән һуң уҡыуын Арышпар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. 1954 йылда ауылдарынан 50 саҡрым самаһы йыраҡта урынлашҡан Инйәргә урта белем алырға юллана. Ҡалашты ауылынан ул унда бер үҙе була. Ул ваҡытта юлдар насар, өйгә яңғыҙ ҡайтыу ауыр ҙа, хәүефле лә.
- Инйәрҙә ярты йыл уҡығас, ҡышҡы каникул алдынан һауа торошо боҙолоп, көслө буран сыҡты. Техника юҡ, иптәш юҡ, әммә өйгә ҡайтыу теләге көслө ине. Бер нигә ҡарамай, йәйәүләп юлға сыҡтым. 19 саҡрымдан Ноҡатта инем. Артабан Арышпар, Айыс ауылдары аша үттем. Айыста миңә саңғы һәм бер таяҡ бирҙеләр. Саңғыла, тау битләүенән, шишмәне урап үтеп, ауылыбыҙға ҡайтып еттем. Урмандар, тауҙар аша үткәндә нисек ҡурҡҡанымды, өшөгәнемде үҙем генә беләм. Ул ваҡытта бер үҙеңә йәйәү йөрөү хәүефле ине, урмандарҙа бүре күп булды, кире әйләнеп ҡайтмаған юлсылар тураһында ҡот осҡос хәбәрҙәр ишетелә ине. Әсәйем Рәйхана мине күреп ҡото осҡан ине. “Беҙгә ерләү өсөн түләмәһендәр, иң мөһиме, эргәмдә бул!”, - тине ул һәм башҡаса уҡырға ебәрмәүен әйтте, - ти был шомло юлды үтеүен хәтерләп Зөлғинә инәй.
Был хәлдән һуң Зөлғинә Ишбирҙе ҡыҙы өйҙә ҡала. Ул ваҡытта ҡайҙалыр эшкә урынлашыу ауыр була. 1960 йылда дуҫ ҡыҙы менән Белоретҡа килеп, эш эҙләргә булалар. Беренсе үҙаллы юл ауырлыҡтарҙан башлана, уға тыуыу тураһында таныҡлығы булмау сәбәпле, паспорт бирмәйҙәр. Ҡайтанан Арышпар ауыл советына барып, белешмә алғас, дуҫы менән икеһенә лә паспорттар бирәләр. Киске сәғәт биш тирәһендә ҡалала кешеләр күп була, барыһы ла ҡайҙан эш табырға кәрәклеге тураһында һөйләшәләр. Шул саҡта бер оло йәштәге ирҙән Белоретта киң колеялы тимер юл филиалы асылыуы, Уҡшуҡтан Абҙаҡ ауылына тиклем тимер юл линияһын төҙөүгә эшселәр талап ителеүе хаҡында ишетәләр һәм шунда эшкә баралар.
Уларҙың ойошмаһы 447-се мостопоезд бригадаһы артынан эшләй. Улар ике тау араһында күпер һалалар, юл аҫтында ҙур тоннель төҙөйҙәр. Ҡайһы берҙә тоннелде һыу баҫа. Эш ауыр була: ер, таш, ҡом, бетон, юл, рельстар. Бер бригада юл яра, икенсеһе уны ҡом, ер һәм таш менән тигеҙләй, һуңынан бетонсылар килә, рельстар һалына. Абҙаҡҡа тиклем юлды бер йылда төҙөп бөтәләр. 447-се мостопоездың артабан Ҡаҙағстанға юлланасағы тураһында хәбәр иткәстәр, Зөлғинә Ишбирҙе ҡыҙы Белоретта эшкә ҡалырға ҡарар итә һәм “Уралдомно”ға ташсы ярҙамсыһы булып урынлаша.
Бер аҙҙан Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы егете Сәлимйән Нөғәмән улына кейәүгә сыға. Өлкән ҡыҙҙарының декрет ялынан һуң (ул ваҡытта декрет ялы 3 ай ғына бирелә), эшенән командировкаларға йөрөй алмауы сәбәпле, Белорет металлургия комбинатының 3-сө канат үреү цехына эшкә күсә. Һуңынан комбинаттың утҡа сыҙамлы цехында һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы “Уралдомно”ла эшләй.
Зөлғинә Сәйетоваға дәүләт 50 йәшендә хаҡлы ялға китергә хоҡуҡ бирә. 33 йыл хеҙмәт стажы эсендә төнгө сменаның лампалары яҡтыһы, гөрһөлдәп торған ҡыҙыу мейестәр, завод, тимер юл ғына түгел, балалар, өй-йорт мәшәҡәттәре лә ингән.
Сәйетовтар Гөлшат, Иршат һәм Гөлфинә исемле балаларға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа күрә, Сәлимйән Нөғәмән улының яҡты донъяларҙы ташлап китеүенә 6 йыл тула. Ғүмерлек юлдашын юғалтыу ҡайғыларын күтәреп, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә- бүләсәрҙәренең йөрәк йылыһын, шәфҡәтлелеген, иғтибарын, ярҙамын тойоп, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтеп, көн итә Зөлғинә инәй. Ҡул эштәренә оҫта - өҫтәлгә, карауат-дивандарға япмалар, селтәрҙәр, түшәктәр... нимә генә бәйләмәй.
- Заманында күпләп һыйыр ҙа, һарыҡ та аҫраныҡ, йәшелсә-емешен дә сәстек. Үҙ ҡулыбыҙ менән ике өй һалып индек. Әле лә бер бөртөк булһа ла кәзә тотам, хәлемсә йорт-ҡура тирәһендә булышам. Аллаға шөкөр, балаларым көн дә килеп хәлемде белеп, ярҙам итеп тора.
“Урал” гәзитен тормош иптәшем менән ғаилә ҡорған йылдан алып алдырҙыҡ. Гәзиттең һәр мәҡәләһен яратып уҡыйым, хатта киләһе һанына тиклем ул миңә етмәй ҡала, шуға күрә: “Гәзит килгәнсе уҡый тор”, - тип балаларым өҫтәп “Шоңҡар” журналын яҙҙырҙы.
Бөгөн, беҙҙең замандан айырмалы рәүештә, йәштәргә донъя көтөргә барлыҡ мөмкинлектәр, заманса техника бар. Ни бары тырышлыҡ ҡына кәрәк.
Барлыҡ гәзит уҡыусыларға имен тормош, сәләмәтлек, донъяларҙың тиҙерәк тынысланыуын, ғаилә бәхете, ә “Урал” гәзитенә оҙон ғүмер теләйем! - тине Зөлғинә инәй.
Наил ШАКИРОВ фотоһы.