Үлән йыйыусылар өсөн был ай күпләп “табыш” туплау ваҡыты. Был осорҙа эҫе ҡояш аҫтында һут йыйып өлгөргән нәмәләр йыйыла: ҡаты орлоҡтар, ҡойолған емеш-еләк, ҡеүәтле тамырҙар һәм ҡаты япраҡтар. Августың алтын ҡағиҙәһен иҫтә тотоу мөһим: бер ҡасан да үләндең тамырын тулыһынса ҡаҙып алмағыҙ. Ҡаҙып алынған урынға шул уҡ үҫемлектең бер нисә орлоғон һибергә һәм соҡорҙо күмергә кәрәк. Шулай уҡ сәнәғәт зоналарын һәм йәнле трассаларҙы урап үтергә кәрәк. Сөнки тупраҡтан ауыр металдар йәй аҙағына үҫемлектәрҙә максималь концентрацияла йыйыла. Шулай итеп, августа ниндәй үләндәрҙе йыйырға?
Уның һабаҡтарын япраҡтары һәм сәскәләре менән бергә йыялар. Меңъяпраҡтың сүсле һабаҡтарын ҡул менән йолҡоп алыуы ауыр, шуға күрә үҙегеҙ менән бысаҡ йә ҡайсы алырға онотмағыҙ. Тамыры менән йолҡоп алырға ярамай, үҫемлек күп йыллыҡ һәм киләһе йылда яңынан сәскә ата.
Меңъяпраҡтың файҙаһы ҙур. Унан төнәтмәләр әҙерләйҙәр, косметологияла ҡулланалар. Меңъяпраҡ спазмдарҙа ярҙам итә, ауыртыуҙы еңеләйтә, эс күпкәндә һәм ҡанды туҡтатырға ярҙам итә, ә әсе тәме аппетитты арттыра. Бынан тыш, үҫемлек шешеүгә һәм бактерияларға ҡаршы тәьҫир итә, шуға күрә уны эске ағзалар ауырыуҙарында ҡулланалар. Шулай уҡ төнәтмәһен тән бешкәндә, һырҙарға ҡаршы, диатез һәм биткә сабыртҡы сыҡҡанда ҡулланырға мөмкин.
Уның һабаҡтарын япраҡтары һәм сәскәләре менән бергә йыялар. Меңъяпраҡтың сүсле һабаҡтарын ҡул менән йолҡоп алыуы ауыр, шуға күрә үҙегеҙ менән бысаҡ йә ҡайсы алырға онотмағыҙ. Тамыры менән йолҡоп алырға ярамай, үҫемлек күп йыллыҡ һәм киләһе йылда яңынан сәскә ата. Меңъяпраҡтың файҙаһы ҙур. Унан төнәтмәләр әҙерләйҙәр, косметологияла ҡулланалар. Меңъяпраҡ спазмдарҙа ярҙам итә, ауыртыуҙы еңеләйтә, эс күпкәндә һәм ҡанды туҡтатырға ярҙам итә, ә әсе тәме аппетитты арттыра. Бынан тыш, үҫемлек шешеүгә һәм бактерияларға ҡаршы тәьҫир итә, шуға күрә уны эске ағзалар ауырыуҙарында ҡулланалар. Шулай уҡ төнәтмәһен тән бешкәндә, һырҙарға ҡаршы, диатез һәм биткә сабыртҡы сыҡҡанда ҡулланырға мөмкин.
Был бик сыҙамлы бер йыллыҡ үҫемлек, уны бөтә ерҙә лә тиерлек осратырға мөмкин. Әммә айырыуса яратҡан урыны - һыу ятҡылыҡтары һәм буйы. Уның нәҙек үренделәре 60 сантиметрға тиклем үҫә. Япраҡтары ваҡ, оҙонса, ә сәскәләре һиҙелмәй, йәшелһыу аҡ төҫтә.
Үҫемлекте сәскә атҡан осорҙа әҙерләйҙәр. Һабаҡтарын һәм япраҡтарын үткер бысаҡ менән ҡырҡып алалар. Айырыуса ҡиммәтле матдәләре өҫкө өлөшөндә күп. Бәпкә үләне төнәтмәһе бәүел ҡыуыу эффектына эйә, уларҙы үт ташы ауырыуы, эсәк-ҡан тамырҙары менән проблемалар, төрлө шешеүҙәр, бөйөр ауырыуҙары, диарея, ҡандың уҡмашыу һәләте боҙолоуы ваҡытында ҡулланалар. Үҫемлек тәбиғи антисептик, бынан тыш, ҡанды таҙарта һәм матдәләр алмашыныуын тиҙләтә.
Ул тәндең генә түгел, йәндең дә ысын табибы. Хатта бәләкәй балаларға ла унан әҙерләнгән сәйҙе юҡҡа ғына тәғәйенләмәйҙәр. Әммә өлкәндәр өсөн дә был үҫемлек ҡайһы берҙә алмаштырғыһыҙ ярҙамсыға әйләнә.
Ромашка антисептик, дезинфекция һәм шешеүгә ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә. Был тәбиғи спазмолитик ауыртыуҙы баҫа ала. Ул иммунитетты арттыра, энергия бирә, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, шуға күрә уны йыш ҡына юғары физик һәм аҡыл көсөргәнешендә ҡулланалар. Шулай уҡ үҫемлек стресс менән көрәшергә ярҙам итә, тыныс йоҡо "бүләк" итә.
Дарыу ромашкаһының сәскәләрен генә түгел, һабаҡтарын да йыялар. Өйҙә уны өҫтәлгә йәйеп йәки бәйләмдәр менән аҫып ҡуйып киптерергә мөмкин.
Камфор һымаҡ матдәгә бай ҡандала үләне нервы системаһы өсөн файҙалы. Ул тартышыуҙы бөтөрә, депрессия, артыҡ ҡуҙғыусанлыҡ, мигрень, неврастения, йоҡоһоҙлоҡ менән көрәшә. Үҫемлек йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшенә ыңғай йоғонто яһай: ҡан баҫымын кәметә, ҡан әйләнешен яҡшырта. Бынан тыш, ул ҡаҡырыҡты сығарыу сараһы булып тора, метаболизмды көсәйтә, ашҡаҙанэсәк юлын дауалай, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн файҙалы.
Был үләнде һөйәлдәргә һәм шешектәргә бәйләйҙәр, фурункулдарҙы, эренле шеш, яраларҙы, отитты, герпесты дауалау өсөн ҡулланалар. Ә аш-һыу оҫталары уның менән ит, балыҡ һәм һөт ризыҡтарын тәмләтергә ярата.
Был сағыу һары сәскәләр һәр йәй баҫыуҙарҙы биҙәй, сәскә атҡан бәпембәләрҙе алмаштыра. Йөҙтөймәнең камфор еҫен башҡалар менән бутауы ауыр. Флористтар һәм декораторҙар уның менән интерьер биҙәй, ә халыҡ медицинаһын белеүселәр шифалы үҙенсәлектәре өсөн баһалай.
Йөҙтөймә ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта, үт ҡыуыу һәләтенә эйә, аппетитты күтәрә, шешеүҙе бөтөрә, спазмдарҙы кәметә, йөрәк мускулын нығыта, шулай уҡ тәбиғи иммуномодулятор булып тора һәм эсәк паразиттарына ҡаршы көрәшә. Косметологияла уның төнәтмәһен сәстәрҙе сайҡау өсөн ҡулланалар. Ревматизм ваҡытында яраларға компресс эшләйҙәр.
Йөҙтөймә ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта, үт ҡыуыу һәләтенә эйә, аппетитты күтәрә, шешеүҙе бөтөрә, спазмдарҙы кәметә, йөрәк мускулын нығыта, шулай уҡ тәбиғи иммуномодулятор булып тора һәм эсәк паразиттарына ҡаршы көрәшә. Косметологияла уның төнәтмәһен сәстәрҙе сайҡау өсөн ҡулланалар. Ревматизм ваҡытында яраларға компресс эшләйҙәр.
Августа йәнә кесерткән, бәсәй үләне тамыры, үлмәҫгөл сәскәһен, шыма көпшә тамыры, балан ҡайыры, әрекмән тамыры, гөләҙрән, баҡа япрағы, әремде йыйыу яҡшы.
Төп ҡағиҙә - үләндәрҙе ҡоро көндәрҙә генә йыйырға кәрәк. Иртәнге сәғәттәрҙә, ысыҡ төшкәндә йәки кис - айырыусы яҡшы. Ямғыр яуһа, бер нисә көн көтөргә кәрәк. Дымлы килеш улар тиҙ боҙолорға, ҡарайырға, һарғайыр-
ға мөмкин. Киптерелгән сеймал туҡыма тоҡсайҙарҙа, ҡатырға ҡумталарҙа йәки йәшниктәрҙә, ҡапҡастары булған быяла, ҡалай банкаларҙа һаҡлана.
Шуны иҫтә тотоу мөһим: бөтә үләндәрҙең дә, ниндәй генә шифалы булмаһын, кире күрһәтмәләре бар. Шуға күрә ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!