+21 °С
Облачно


Райондың полиция хеҙмәткәрҙәре кеше һаулығына аңлы рәүештә еңел зыян килтереүҙә ғәйепләнгән ҡатынды ҡулға алған.
Ваҡиға енәйәт ҡылыусының өйөндә булған. Иҫерек хәлдәге ҡатын, дошманлыҡлы мөнәсәбәттә булған ир менән талашып, уның аяғына бысаҡ менән сәнскән.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәт ҡылыусыға 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы янай.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.