Дөйөм мәҡәләләр
20 Августа , 05:50

Аҡса урлаған

02 хәбәр итә.

Аҡса урлағанАҡса урлаған
Аҡса урлаған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре урындағы ҡатындың 10 мең һум аҡсаһын урлау фактын асыҡлаған.

Оператив-эҙләү сараларын уҙғарыу барышында полиция хеҙмәткәрҙәре Белоретта йәшәүсе ғәйепләнеүсене асыҡлаған. Урлау зыян күреүсе менән бергә спиртлы эсемлектәр эскән саҡта булған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре 9 500 һум күләмендәге урланған аҡсаны тартып ала.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (урлыҡ) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор:
Читайте нас