

Ул 1965 йылда Мәләүез районы Яҡтыкүл ауылында тыуған, Белорет районы, Тихий ключ ауылы, Үҙәк урам, 3 адресы буйынса йәшәгән.
Илшат Хисаметдинов 2026 йылдың 31 июлендә Өфө - Белорет автомобиль юлының “Ҡәйнә теле” ерендә юғала. Әлеге ваҡытта уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.
Билдәләре: 61 йәштә, буйы 160-165 см, ҡаҡсыл кәүҙәое, сәстәре юҡ, һаҡалы аҡ, оҙонса формалағы күҙлек.
Айырым билдәләре: һул ҡулының бармаҡтарында һәм уң ҡулының беләгендә татуировкалар.
Кейеме: аҡ төҫтәге ветровка, аҡһыл күлдәк, ҡара салбар, ҡара ботинка.
Әгәр Һеҙҙә Илшат Хисаметдиновтың ҡайҙалығы тураһында мәғлүмәт булһа, шунда уҡ эҙләү инициаторына телефон аша хәбәр итеүҙе һорайбыҙ. Дежур бүлек: 8 (34792) 4-24-02, : 8 (34792) 4-01-86, 8-906-103-88-54.
Һеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙ эҙләүҙә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә ала!