Дөйөм мәҡәләләр
22 Сентября , 09:55

Спиртлы эсемлек урлаған

02 хәбәр итә.

Спиртлы эсемлек урлағанСпиртлы эсемлек урлаған
Спиртлы эсемлек урлаған

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре магазиндан спиртлы эсемлектәр урлау менән бәйле енәйәтте асыҡланы.

Полиция мәғлүмәттәре буйынса, иҫерек ир аҡсаһы булмағанлыҡтан, яҡындағы магазиндан алкоголь урларға ҡарар итә. Ул велосипед менән магазинға юллана. Һатып алыусылар юҡлығын күреп, ике шешә һыраны куртка аҫтына йәшерә. Быны шәйләгән магазин хеҙмәткәре ирҙән урлаған әйберҙе кире ҡайтарыуын һорап, туҡтатырға тырыша. Ир уның һүҙен инҡар итеп, магазиндан сығыу яған ҡарай һәм өйөнә ҡайтып шешәләрҙе бушатып ҡуя.

Бының менән ҡәнәғәт булмағас, ул шул уҡ магазинға йәнә спиртлы эсемлектәр урлау  ниәте менән бара. Уны таныған магазин хеҙмәткәрҙәре һыра өсөн аҡсаны кире ҡайтарыуын һорай. Ир уның һүҙҙәренә яуап бирмәй, кәштәнән көслө эсемлекте алып, сығып китергә маташа. Шул уҡ ваҡытта уны туҡтатырға маташҡан магазин хеҙмәткәрен этеп ебәрә.

Инциденттан һуң магазин хеҙмәткәрҙәре полицияға мөрәжәғәт итә. Оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә пост-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене асыҡлай. Уға  ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының 161-се статьяһының 2-се өлөшөнөң «г» пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас