Дөйөм мәҡәләләр
9 Октября , 11:05

Мал-тыуар алыр булһаң...

Иғтибар!

Добавить в предпочтительные источники Google
Белорет халҡы “социаль контракт” буйынса һатып алынған мал-тыуарға ветеринария-оҙатыу документтарын алыу, социаль яҡлау органдарына раҫлаусы документтар тапшырыу өсөн район-ҡала ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай документтарҙы һатып алғандан һуң (“Беҙ бер ай элек һатып алдыҡ, ә хәҙер рәсмиләштерергә теләйбеҙ” тиеүселәргә) биреү мөмкин түгел. “Меркурий” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында ул электрон рәүештә һәм әүәлге дата менән генә рәсмиләштерелә. Шуға күрә уларҙы һатып алыр алдынан ветеринар белгестәр менән ауыл хужалығы малын күсереү тәртибен алдан әҙерләргә кәрәк.
 
Тыйыла:
 
1. Хужалыҡ территорияһына федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында билдәләнгән тәртиптә рәсмиләштерелгән ветеринар оҙатыу документтарһыҙ һатып алынған (бүләк ителгән) малды индереү;
 
2. Урындағы ветеринария хеҙмәте менән алдан килешелмәйенсә (йәғни рөхсәтһеҙ) хайуандар һатып алыу;
 
3. Ветеринар тикшереүҙәр, эшкәртеүҙәр һәм вакцинациялар, талаптарға ярашлы эшкәртеүҙәр үткәрелмәгән  хайуандарҙы һатып алыу.
 
Ветеринар оҙатыу документтары (ВСД) хайуандарҙың йоғошло ауырыуҙары булмауын; һатып алған хужалыҡтың клиник яҡтан сәләмәт булыуын; барлыҡ мотлаҡ иҫкәртеү саралары (вакцинациялар, эшкәртеүҙәр) үткәрелгәнен; хайуандың кәрәкле лаборатория тикшеренеүҙәренә дусар ителгәнен гарантиялай.
 
Хайуандарҙы  ВСД-һыҙ (ҡулдан, стихиялы баҙарҙарҙа), документаль рәсмиләштереүһеҙ һатып алған осраҡта хужалыҡ территорияһына һәм бөтә районға хәүефле ауырыу инеүе бар (был иһә ҡуралағы малды тулыһынса бөтөрөүгә һәм ҙур иҡтисади юғалтыуҙарға килтерә).
 
Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 10.6 статьяһы буйынса административ яуаплылыҡ (хайуандар карантины ҡағиҙәләрен йәки башҡа ветеринар-санитар ҡағиҙәләрҙе боҙоу) ҙур штрафтарға илтә. Айырыуса хәүефле ауырыуҙар таралған осраҡта енәйәт яуаплылығы (249-сы статья) янай.
 
Хайуандар “Меркурий” системаһында теркәлгән осраҡта ғына һатып алығыҙ. Документты тултырыуҙың актуаллеген һәм дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ. Һатып алынған хайуанды кәрәкле диагностик тикшереүҙәр һәм күҙәтеүҙәр үткәреү өсөн 30 көндән дә кәм булмаған ваҡытҡа айырым (карантинда) тотоғоҙ.  Йоғошло сиргә шик тыуһа, шунда уҡ беҙгә хәбәр итегеҙ. Ҡағиҙәләрҙе үтәүгә мөмкин тиклем яуаплы ҡарауығыҙҙы һорайбыҙ. Мал-тыуар һатып алыр алдынан мотлаҡ рәүештә Белорет ҡалаһы, Тюленин урамы, 44 адресы буйынса район-ҡала ветеринария станцияһына хәбәр итегеҙ. Телефон: 8(34792) 47379. 
 
Хужалыҡтарығыҙҙың именлеге һәм бөтә төбәктең ветеринар-санитар хәүефһеҙлеге һәр мал хужаһының эшмәкәрлегенә бәйле.
 
Район-ҡала ветеринария станцияһы.
Автор:Расима Салихова