Был һорау буйынса мәғлүмәт эҙләп муниципаль райондың Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мѳрәжәғәт иттек. Яуапты ер мѳнәсәбәттәре буйынса белгес Виктор Александрович ТИТОВ бирә. Был йәһәттән, түбәндәге мәҡәлә ҡайһы бер һорауҙарға асыҡлыҡ индерер тип уйлайбыҙ.
Ер мәсьәләһе элек-электән иң ҡырҡыу, етди мәсьәләләрҙең береһе булып һанала. Ата-бабаларыбыҙ ерен, һыуын яҡлап яу сапҡан, дошманға ҡаршы көрәшкә сыҡҡан. Был проблема бөгөн дә көн ҡаҙағынан төшмәй, актуаллеген юғалтмай. Үткән быуаттың 30-сы йылдарынан алып ер дәүләттеке тип иҫәпләнһә, 2006 йылдың 1 ғинуарынан, «Башҡортостанда ер мѳнәсәббәттәрен кѳйләү тураһында»ғы законға ярашлы, ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу башланды. Бындай категориялы ерҙәр ѳлѳштәргә бүленеп, кәрәкле танытма алған граждандарға бирелде. Тик 12 йыл үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, күп кенә граждандар тѳрлѳ сәбәптәр менән һаманға тиклем был ерҙәрҙе шәхси милек итеп теркәү хоҡуғы менән файҙаланмаған. Шул арҡала мәсьәлә бѳгѳн дә кѳнүҙәк һанала һәм был йәһәттән эш дауам итә, сѳнки ер бүлеп биреү ике осло таяҡты хәтерләтә. Участкалар бар, ә уның законлы хужаһы юҡ, шул арҡала кемдәндер был ерҙе маҡсатҡа ярашлы файҙаланып, уны тейешле кимәлдә тотоуҙы талап итеп тә булмай. Мәсьәләне кѳйләү ѳсѳн тағы ла бер федераль закон ҡабул итергә тура килә һәм 2011 йылдың июленән бүленгән ер ѳлѳштәрен хужаһыҙ тип табыу ѳсѳн яңы закон сыға. Яңы ҡағиҙә эште бер аҙ ҡыбырлатып ебәргәндәй була.
Ошо закондар нигеҙендә Белорет муниципаль районында ла пай ерҙәре бүлеп биреү буйынса комиссия төҙөлә. Ерҙәрҙе хосусилаштырыу компанияһы барышында комиссия тарафынан 1486 кешегә бушлай ер участкаһы бүленә. Бѳгѳн шуларҙың 1253-ѳ милекселек документын эшләтһә, 255 ер участкаһы ташландыҡ хәлдә файҙаланылмай ята. План буйынса, хужаһыҙ ерҙәрҙе әйләнешкә индереү һәм уларҙы асыҡлап, хужаһыҙ тип табыу ѳсѳн ауыл хакимиәттәре лә ҙур эш алып бара. Иң тәү сиратта, файҙаланыуһыҙ ятҡан ер участкаларының исемлеге тѳҙѳлѳп, был хаҡта гәзиттәргә иғлан бирелә. Шығай, Сосновка, Әзекәй, Үҙән, Ҡағы ауыл хакимиәттәрендә был маҡсаттан йыйылыштар уҙғарылған да инде. Әлеге ваҡытта 375 кеше 2557,58 гектар ерҙе теркәмәгән. Башланған эште аҙағына еткереү ѳсѳн 1309 гектарлыҡ 57 майҙанда 130 пайсының еренә ревизия яһалған. Пайсыларҙың конкрет ере күрһәтелеп, уны иҫәпкә ҡуйыу ѳсѳн материалдар кадастр инженерына ебәрелә һәм документтарҙы Росреестрға тапшырыу ѳсѳн ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ оҙайлы һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа аренда килешеүе тѳҙѳү ѳсѳн юридик ярҙам да күрһәтелә. Арендаторҙар, үҙ сиратында, пай ерен файҙаланған ѳсѳн уның һалымын түләй, транспорт хеҙмәте күрһәтә, ашлыҡ бирә, ҡайһы бер осраҡта аҡсалата ла түләй.
Көнүҙәк тема – ер тураһында мәҡәләне гәзиттең 88-се һанында уҡығыҙ.