Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Ноябрь 2018, 12:42

Таҙалыҡ үҙебеҙҙән тора

Редакция почтаһына тѳрлѳ мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереүҙе һорап бик күп мѳрәжәғәттәр килә. Уларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, кәрәкле етәкселәр менән осрашып, тейешле яуапты биреп барырға тырышабыҙ.

Ошо кѳндәрҙә Үткәл ауылынан да ошондай хат алдыҡ. Авторҙың кем булыуы асыҡ күрһәтелмәһә лә, был хатты иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа булдыҡ. Унда Үткәл ауылында йәшәгән Хәлил Мѳхәмәтдиновтың үҙе йәшәгән тау башын һәм тирәяҡты бысратып, тиреҫ ѳйѳүенә зарланалар. “20-25 баш мал тотҡан Х. Мѳхәмәтдинов инде 10- 12 йыл һатыу ѳсѳн тиреҫ йыя. Тау башындағы был ѳйѳмдән яҙкѳҙ айҙарында бысраҡ һыу ағып тѳшѳп, тирә-яҡты бысрата. Был турала Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастановҡа мѳрәжәғәт итеп ҡарау бер файҙаһыҙ булды. Етәксе быға битараф ҡалды. Ҡасандыр ауылға йәм биреп торған, балалар уйнаған матур тауҙы тәләфләргә, уның ландшафын боҙорға кем рѳхсәт бирә? Ни ѳсѳн тәртип боҙоусыға прокуратура йә иһә экологтар тарафынан бер ниндәй ҙә сара күрелмәй?”, - тиелә хатта.
Хат буйынса Тәбиғәтте файҙаланыу һәм тирә-яҡты һаҡлау буйынса территориаль комитет рәйесе Альберт Фуат улы Ибраһимовҡа мѳрәжәғәт итеп, хәлгә асыҡлыҡ индереү ѳсѳн Үткәл ауылына барҙыҡ. Ҡалаға китеүе сәбәпле, был кѳндѳ Хәлил Мѳхәмәтдиновтың үҙен күреп булманы. Шулай ҙа уның ҡатыны менән осрашып, хаттағы дәғүә тураһында белдерҙек. Ысынлап та, Хәлил Мѳхәмәтдиновтың ѳйѳ тау башында, бар ауылға күренеп торған ерҙә урынлашҡан. Хат аноним булһа ла, ундағы дәғүәнең дѳрѳҫлѳгѳ менән килешмәйенсә булмай ине. Закон буйынса шәхси территориянан ситтә, хатта ҡапҡа алдында ла, бер ниндәй ҙә сүп-сар, тиреҫ ѳйѳмѳ ятырға тейеш түгел. Әгәр ҙә тиреҫ ѳйѳмѳ ҡапҡа эсендә, йә булмаһа, картуф баҡсаһында ятһа һәм ул күршеләренә, тирә-яҡҡа зыян килтермәгән булһа, хужаға артыҡ дәғүә белдереп булмаҫ ине. Хаттағы осраҡ иһә Х. Мѳхәмәтдиновтың дѳйѳм ҡағиҙәгә буйһонмауын күрһәтә. Белгестәр уны Тәбиғәтте файҙаланыу һәм тирә-яҡты һаҡлау буйынса территориаль комитетҡа саҡыртып, хәлде тулыһынса аңлатты һәм билдәле ваҡыт эсендә территорияны таҙартырға ҡушты. Тәртип боҙғаны ѳсѳн Х. Мѳхәмәтдиновҡа административ штраф һалынды.
Күршеләренең, ауылдаштарының эргәтирәһен таҙа тотмауына зарланып ауылдарҙан йыш мѳрәжәғәт итәләр. Кемдеңдер ҡапҡаһы алдында утын йә иһә таҡта ѳйѳмѳ ята, икенсе береһенең эргә-тирәһен ҡый, сүп үләне баҫҡан. Үҙ-ара хәл итеп булған ошондай мәсьәләләр буйынса, етдиерәк эштәрҙе ситкә ҡуйып, ваҡиға урынына барырға, хәлде асыҡларға, тикшерергә тура килә. Таҙалыҡтың, тәү сиратта, үҙебеҙҙән тороуын, ә инде тәртип боҙоусыларҙың административ язаға тарттырылыуын онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: