Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Ноябрь 2018, 17:34

Ҡоштарға ярҙам итеү - изге эш!

Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, ҡарлыбуранлы көндәрҙә ҡышларға ҡалған ҡоштар нисек итеп көн күрә тип уйланғанығыҙ бармы?

Ҡыш миҙгеле - бөтә ҡоштар өсөн дә ауыр осор. Билдәле булыуынса, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡышын һыуыҡтан түгел, ә аслыҡтан һәләк булалар. Һалҡындар башланыу менән ҡоштарға аҙыҡ кәмей. Сатлама һыуыҡ төндәрҙә туңмаҫ өсөн ҡоштарға бик күп энергия кәрәк. Шул энергияны туҡтауһыҙ тулыландырыу маҡсатынан, ҡоштар йәй көндәренә ҡарағанда ла күберәк һәм йышыраҡ туҡланырға тейеш. Мәҫәлән, ҡарабаш турғайҙар бер төн эсендә генә үҙҙәренең 10% ауырлыҡтарын юғалта. Ҡышҡы көндәр бик ҡыҫҡа. Аҙыҡ табыу өсөн ҡоштарҙың ваҡыты ла сикле. Һалҡындарҙан ҡасып һәм аҙыҡ табыуҙың еңелерәк юлдарын эҙләп, улар ҡала һәм ауылдарға, кеше торлағына яҡыныраҡ килә.

Ҡышҡыһын ҡоштарға көн күреү еңелерәк булһын өсөн, уларҙы ашатып тороу мөһим. Тик быны дөрөҫ ойошторорға кәрәк. Ә улар, рәхмәт йөҙөнән, йәйгеһен урман, парк, баҡсаларыбыҙҙы төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлар.

"Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға" ярҙам күрһәтеү маҡсатында, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Экологик белем биреү бүлеге "Ҡоштарҙы ашатығыҙ!" исемле экологик акция иғлан итә. Был акцияла Белорет, Межгорье ҡалаларының һәм Белорет районының барлыҡ мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы, төрлө коллектив, түңәрәк тәрбиәләнеүселәре һәм урындағы халыҡ ҡатнаша ала.

Акцияла ҡатнашыусыларға тағараҡтар эшләп, уларҙы йорттар янында, баҡсала йә паркта урынлаштырып, ҡоштарҙы даими рәүештә ашатып тороу һәм уларҙың үҙенсәлектәрен күҙәтеү бурысы тора. Тағараҡты эшләү, ҡоштарҙы ашатыу һәм уларҙы күҙәтеү барышын фотоға йәки видеороликтарға төшөрөү мотлаҡ. Был материалдарҙы туплап, беҙгә презентация йәки альбом рәүешендә ебәрергә кәрәк. Үҙегеҙҙең эштәрегеҙгә аңлатма биреү мөһим. Шулай уҡ эшегеҙҙә авторҙың тулы исем-фамилияһын, мәктәп, балалар баҡсаһын йәки башҡа коллектив, класс (төркөм) һәм етәксе тураһында мәғлүмәтте билдәләргә онотмағыҙ.

Экологик конкурс 2018 йылдың 19 ноябренән 2019 йылдың 31 мартына тиклем уҙғарыла. Презентация йәки альбомдар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 453560, Белорет районы, Рәүәт ауылы, Ҡурсаулыҡтың үҙәк усадьбаһы йәки электрон адрес: revet_ [email protected]. Иң яҡшы эштәр Грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланасаҡ. Конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: