Ҡурсаулыҡта тәбиғәтте өйрәнеү, экологик мәғрифәтселек, ҡурсаулыҡты һаҡлау һәм экологик туризм йүнәлештәре буйынса эш алып барыла. Үҙ һөнәрҙәренең оҫталары, эштәренә ғашиҡ белгестәр хеҙмәт итә ҡурсаулыҡта.
Тәбиғәтте даими рәүештә өйрәнеү, экология мәсьәләләре менән шөғөлләнеү, киләсәк быуынға заман цивилизацияһының «ҡулы» теймәгән тәбиғәт матурлығын, «йәшел байлыҡты» еткереү маҡсатын ҡурсаулыҡты һаҡламайынса күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Был еңел булмаған бурыс ҡурсаулыҡты һаҡлау бүлегенә йөкмәтелгән. Бүлектә 80-гә яҡын хеҙмәткәр иҫәпләнә. Бүлектең төп маҡсаты - ҡурсаулыҡ режимына ҡаршы йүнәлтелгән закон боҙоу осраҡтарын булдырмау һәм урман янғындары менән көрәшеү. Урман янғындары, бәхеткә күрә, 3 йыл рәттән инде Көньяҡ Урал ҡурсаулығын урап үтә. Был һөҙөмтәне хәүеф тураһында үҙ ваҡытында иҫкәртеү, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм техниканың янғындарға һәр саҡта ла әҙер булыуы һәм уңайлы һауа шарттары менән аңлатырға мөмкин.
Ҡурсаулыҡтың территорияһы Ямашты, Телмәй, Йүрүҙән, Машаҡ, Лапышты, Бирҙеғол һәм Нура урмансылыҡ участкаларына бүленгән. Бындағы хеҙмәткәрҙәр ҡурсаулыҡ территорияһын һаҡлауҙан башҡа беренсел ғилми мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнәләр, мәктәптәрҙә экологик лекциялар менән сығыш яһайҙар, экологик маршруттарҙа туристарҙы оҙатып йөрөйҙәр һәм башҡа төрлө эштәр башҡаралар. Һәр йылдағыса, ҡурсаулыҡ режимын һаҡлау буйынса ҙур эштәр алып барыла. Үткән йылда ғына 86 закон боҙоу осрағы асыҡланып, 6 осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәртип боҙоуҙарҙың күбеһе - ҡурсаулыҡ территорияһына инеү ҡәғиҙәләрен боҙоу осрағы.
- Ҡурсаулыҡ булараҡ, беҙҙә айырым ҡағиҙәләр. Барлыҡ урындарҙытуристарға күрһәтә алмайбыҙ, ундай ерҙәргә барыу тыйылған. Туристар өсөн айырым маршруттар булдырылған, - ти ҡурсаулыҡты һаҡлау буйынса директор урынбаҫары Вәкил Сәлимгәрәй улы Ғәлиастанов. - Халыҡта туризм мәҙәниәте нығынып етмәгән әле. Күптәр алдан һөйләшеү буйынса ҡурсаулыҡҡа аяҡ баҫһа, ҡайһы берәүҙәр юл ыңғайы тыйылған урындарға туҡталып, йөрөп килеү теләге менән мәшәҡәттәр тыуҙыра. Бындай кешеләр әйткәнгә ҡолаҡ һалмай, тыйылған урындарға үтеп, тәбиғәткә генә түгел, үҙҙәренә лә хәүеф тыуҙыра, бәлә-ҡазаға тарыуҙары ихтимал.
Ҡурсаулыҡта тәбиғәтте һаҡлауҙы көсәйтеү һәм оператив рәүештә ҡурсаулыҡ режимына хәүеф янаған осраҡтарҙы булдырмау маҡсатында оператив төркөм булдырылған. Был төркөм вәкилдәре урманды 100 процент белә тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Хеҙмәт бурысы ҡурсаулыҡтың иң ҡырағай, үтә алмаҫлыҡ ерҙәренә лә аяҡ баҫтыра уларҙы. Ниндәй генә һауа торошо, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, браконьерҙарҙы туҡтатыу йәки урман янғынын һүндереү өсөн урманға юллана улар. Әлбиттә, ҡырағай хайуандар менән осрашыу хәүефе лә янамай ҡалмай. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, ҡурсаулыҡ һаҡсылары барҙа, тәбиғәткә бер ни ҙә янамай тигән ышаныстабыҙ. Байрам уңайынан барлыҡ тәбиғәт һөйөүселәрҙе ҡотлап үтке килә. Был байрамдың дәүләт һәм халыҡ өсөн әһәмиәте сикһеҙ. Ҡурсаулыҡтар барҙа тәбиғәтебеҙҙең бер өлөшө булһа ла таҙа һәм саф, киләсәгебеҙ яҡты булыр.