Бындай килешеүҙәр төҙөүҙең кәрәклеге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу тәртибендә ҡаралған. Килешеү төҙөү тәртибе һәм формаһы бөгөнгө көндә республика территорияларын хеҙмәтләндереүсе төбәк операторҙарының рәсми сайтында урынлаштырылған. «Эко-Сити» төбәк операторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (тел. 8(800)700-49-00,
http://ecocityrb.ru/) хеҙмәтләндереү зонаһына - Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары инә. Межгорье ябыҡ типтағы территориаль берәмек “Дюртюлимелиоводстрой” йәмғиәтенә ҡарай (тел. 8(800)511-84- 20,
https://dmsrb.ru/). Хеҙмәтләндереү зонаһына, Межгорьенан тыш, 2 ҡала һәм 12 район инә. Сүп-сар йыйыу һәм сығарыуҙың яңы системаһына күсеүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы БР Экология министрлығы һәм төбәк операторҙарҙың “ҡыҙыу” нөктәләренә 8(347)218-03-90 телефонына шылтыратып бирергә мөмкин.