Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Ғинуар 2019, 14:22

Тағы ла сүп-сар реформаһы тураһында

Һуңғы йылда халыҡ араһында бәхәстәр, ризаһыҙлыҡ тыуҙырған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу-йыйыуҙың яңы системаһы үҙ көсөнә инһә лә, халыҡ, төбәк операторҙары яңылыҡҡа әҙер булмай сыҡты. Район-ҡала халҡы тарифтарҙың ҙур булыуына зарланһа, сүп-сар йыйыуҙы ойошторған төбәк операторҙары иһә үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрен ваҡытында һәм еренә еткереп башҡара алмай әле. Был кире күренеш бигерәк тә ҡалала күҙгә ташлана. Контейнерҙар күптән тулған, тирә-яғында тәртипһеҙлек, махсус техника ваҡытында йыйып алып китеп өлгөрә алмай. Тиҙҙән сират ауыл халҡына ла етәсәк. Ҡалала махсус майҙансыҡтар булдырып, өҫтәмә контейнерҙар ултыртыу ҡаралһа, ауыл халҡы был хеҙмәткә йәһәт кенә өйрәнеп китә алмаясаҡ әле. Әлбиттә, киләсәктә системаның һөҙөмтәләрен күрәсәкбеҙ. Бәлки, тәбиғәтебеҙ таҙарып, сүп-сарҙан арынып, еңел һулап ҡалыр. Киләсәк быуынға һулар һауа, таҙа шишмә-йылғалар ҡалдырыуға ла ирешербеҙ. Өмөт тә бар, эштәр ҙә күп. Ә әлегә иһә яңы система тирәләй бәхәстәр ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына бара. Хаҡтарға ҡағылышлы мәсьәлә хәл ителде, шикелле.

Ошо көндәрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы коммуналь хеҙмәт - сүпсар сығарған өсөн хаҡты кәметеүҙе талап итеүе хаҡында тағы ла иҫтәренә төшөрҙө.
- Ҡалала түләү - 70, ә элек сүп-сар йыйыу системаһы ойошторолмаған тораҡ пункттарҙа 35 һумдан артмаҫҡа тейеш. Был һандарҙы социаль-иҡтисади, халыҡтың матди хәленән сығып атаным. Мине ишетегеҙ. Башҡа һандарҙы ҡабул итмәйем, - тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе менән етди һөйләшеүҙән һуң, төбәк операторҙары бер кешегә тәғәйенләнгән 95-98 һумды кәметте. Район-ҡала ҡараған 3-сө зонала ла көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса түләү тарифы билдәләнде. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 4 ҡала һәм 17 район ҡараған “Эко-Сити” төбәк операторы эшмәкәрлегендә тәүҙә билдәләнгән тарифтан түбәнерәк хаҡтар алынасаҡ. 2019 йылдың ғинуарына тиклем сүп-сар йыйыу һәм сығарыу ойошторолған тораҡ пункттары халҡы яңы хеҙмәт өсөн бер кешегә айына 70 һум түләйәсәк. Ә быға тиклем көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылмаған тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙән кеше башына 35 һум алынасаҡ. Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәп ҡағыҙҙары 10 февралдән килә башлай. Электр утына йәки төбәк операторы менән килешеү төҙөгән идара итеүсе компаниялар квитанцияларында көнкүреш ҡалдыҡтарына түләү ҡаралған. Ҡайһы бер күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәргә идара итеүсе компанияларҙан яңы хеҙмәт өсөн хаҡ яҙылған түләү ҡағыҙҙары 25 ғинуарҙан килә башлауы ла ихтимал.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ тораҡ пункттарҙы контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, уларҙы әҙерләү сығымдарын ҡапларға әҙер. Әлеге ваҡытта 10 меңдән ашыу контейнер майҙансыҡтары, шулай уҡ 20 меңдән күберәк контейнер кәрәк. Республика буйынса 20 меңдән артыҡ контейнер талап ителһә, район-ҡала өсөн дә бер нисә миллион һумлыҡ махсус ҡулайламалар булдырыу кәрәк.
Муниципаль район хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә “Эко-Сити” йәмғиәтенең төбәк вәкиле Рушан Ҡадиров, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡатнашты. Рушан Ҡадиров төбәк операторының бурыстарын һанап китте, һорауҙарға яуап бирҙе. Тик район етәксеһе, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡәнәғәтләнерлек яуаптар алманы тиерлек. Ауылдарҙа ғына түгел, ҡалала ла контейнерҙар, бункерҙар, махсус майҙансыҡтар етешмәүен, ҡайһы бер биҫтәләрҙә сүп-сарҙың норманан артыҡ йыйылып китеүен ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков та әйтеп китте. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла яңы хеҙмәттең ныҡлы уйланылмағанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡалала контейнерҙарға ҡағылышлы хәл торошо яҡшыраҡ булһа, ә бына ауыл халҡына уңайлыҡтарҙы әҙерәк көтөргә тура киләсәк. Төбәк операторы вәкиле ауыл хакимиәте башлыҡтарын мәсьәләне үҙаллы хәл итергә саҡырҙы. Уларға бағаналар һәм сетканан сүп-сар йыйыу өсөн ҡулайлама яраҡлаштырып, халыҡҡа махсус тоҡтарға һалып түгергә тәҡдим итте. Хакимиәт башлығы Владислав Геннадьевич төбәк операторына килеп тыуған хәлгә етдиерәк ҡарарға, тиҙ арала хәл итергә саҡырҙы. Төбәк операторына ла, хакимиәттәргә лә эште еренә еткереү өсөн күп көс һалырға тура киләсәк әле.
Читайте нас: