Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Ғинуар 2019, 14:35

Башҡортостанда 58 спорт мәктәбенә республика ҡаҙнаһынан субсидия бүленә

Башҡортостандың 10 ҡалаһы һәм муниципалитетынан 58 спорт мәктәбенә республика ҡаҙнаһынан субсидия бирелә. Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостандың 10 ҡалаһы һәм муниципалитетынан 58 спорт мәктәбенә республика ҡаҙнаһынан субсидия бирелә. Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
«Республика бюджетынан бүленгән аҡса иҫәбенә муниципаль райондар һәм ҡала округтары спорттың 28 төрө буйынса (бадминтон, бокс, велосипед спорты, гандбол, байдаркала һәм каноэла ишеү, дзюдо, еңел атлетика, йөҙөү, ҡаяға үрмәләү, заманса бишалыш, спорт көрәше, уҡтан атыу, теннис, ауыр атлетика, фехтование, футбол, биатлон, бобслей, тау саңғыһы спорты, конькиҙа уҙышыу спорты, саңғы икебәйгеһе, саңғы менән трамплиндан һикереү, сноуборд, фристайл, адаптив спорт: аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған кешеләр спорты, терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған кешеләр спорты, һуҡырҙар спорты, һаңғырауҙар спорты) Башҡортостандың йыйылма командалары ағзалары — 1177 спортсы өсөн экипировка, инвентарь һәм ҡорамал алырға тейеш», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Бүленгән аҡсаға спорт мәктәптәре республиканың йыйылма командалары ағзаларын әҙерләү һәм тәрбиәләү программаларын тормошҡа ашыра.
Читайте нас: