Кәңәшмәне Владислав Миронов асып, райондың ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу эше менән таныштырҙы. Артабан экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтҡуллин республика кимәлендә ҡабул ителгән норматив документтарҙағы яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Берҙәм пакетҡа индерелгән 13 үҙгәреш ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу һәм һатыуға аналитик күҙәтеү яһау һөҙөмтәһендә индерелгән. Прокуратура һәм Иҫәп палатаһы тәҡдиме менән лицензия алыусылар хәҙер ҡайһы бер социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итергә бурыслы буласаҡ. Атап әйткәндә, уларға юлдарҙы ремонтлау, урындағы халыҡты эшкә урынлаштырыу һәм башҡа бурыстар йөкмәтелә. Әгәр ҙә таш ташығанда йөк теркәлмәгән булһа, транспорт арестҡа алына һәм йөк хаҡы дәүләт иҫәбенә күсерелә. Шулай уҡ эшҡыуарҙар эш башлар алдынан ауыл хужалығы тәғәйенләнеше ерҙәре иҫәбендә булған таш сығарыу участкаларын сәнәғәт ерҙәре категорияһына күсерергә тейеш. Тәбиғәт материалдарын юлдарҙы ремонтлауҙа файҙаланған ауыл хакимиәттәренә лә яңы талаптар индерелә. Мирхәйҙәр Борис улы таш сығарыу менән шөғөлләнеүселәргә, эш тамамланғас, карьерҙарҙы тәртипкә килтереү талабын да хәтерҙәренә төшөрҙө.
Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы Юнир Садыҡов урман участкаларын тикшереү һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.
- Хәҙер күптәр бесән сабыуға рөхсәт һорап, справка ала һәм шул урында ҡаҙылма байлыҡ сығара башлай. Икенсе берәүҙәре балыҡ үрсетеү өсөн яһалма һыу ятҡылығы булдырып, йәки геологик тикшереүҙәр эше асып, шул урындан гравий йәки ҡом һата. Бындай мутлыҡтарҙы киҫәтеү маҡсатында, ҡар иреү менән ер һәм урман ҡануниәте үтәлешен тикшереүҙе дауам итәсәкбеҙ, - тине Юнир Юлай улы.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ә. Байсурин Комитеттың аграр, экология һәм ер менән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Кәңәшмә һуңында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 20-се район-ара һалым инспекцияһы начальнигы Л. Полякова ер аҫты байлығын сығарыу эше менән күләгәлә шѳғѳлләнеүселәр тураһында сығыш яһаны.
- 2018 йылда муниципаль район бюджетына файҙалы ҡаҙылмалар буйынса һалымдан 12, 8 млн. һум аҡса күскән. Әлеге ваҡытта “СтройМинерал” заводы (3,2 млн.), “Потенциал-Недра” (9,4 млн.) төп һалым түләүселәр булып һанала. Асы зонаһы буйынса хәлдәр ҡатмарлыраҡ. Был территорияла лицензияға эйә булған 16 таш сығарыусының дүртәүһе генә һалым инспекцияһында иҫәптә тора - шәхси эшҡыуар Зарипов, “Родник-4”, “Форсат” йәмғиәттәре һәм “Уралташ” йәмғиәте менән “СпецТек” айырымланған йәмғиәте. Әммә, төрлө сәбәптәр менән, улар һалым түләмәй. Ҡалған лицензиаттар Өфөлә һәм Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән, шуға ярашлы, уларҙың һалымы ла шул район бюджетына күсә. Һалым инспекцияһы тарафынан был зонаға йыш ҡына рейдтар ойошторола. Тик һалымдан ҡасыусылар төрлө сәбәптәр таба. Улар араһында, сығарылған таштың яртыһынан күбеһе һатылмайса Өфө, Магнитогорск ҡалалары келәттәрендә ята, тигән ышанмаҫлыҡ дәлил килтереүселәр ҙә бар. Был келәттәргә тикшереү ойошторолғас, мутлашыусылар, үҙ позицияһын үҙгәртеп, һалымын түләргә мәжбүр булды. Өфөлә теркәлгән һәм 5 лицензияға эйә булған таш сығарыусының хаҡты һәм килемде 2-3 тапҡырға кәметеп күрһәтеүе лә асыҡланған. Рейдтар барышында һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынған закон боҙоусылар тураһындағы барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә тейешле инспекцияларға еткерелеп, Һалым хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр буйынса, Асы территорияһынан төҙөлөш плита ташы эҙләү һәм сығарыу өсөн 23 лицензияһы булған 16 предприятиеның 5-әүһе генә үҙ эшмәкәрлеген дауам итә. Ҡалған 11 лицензиат Өфө һалым хеҙмәтендә иҫәптә тороуы сәбәпле, улар тураһында был эшмәкәрлек буйынса мәғлүмәт юҡ. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 20-се район-ара инспекцияһында, йәғни беҙҙә, ни бары ике генә субъект теркәлгән: “СпецТэк” йәмғиәтенең айырымланған подразделениеһы һәм “УралТаш” йәмғиәте. 2018 йылдың 9 айы өсөн уларҙың тәүгеһенән бюджетҡа һалым инмәгән, ә “УралТаш” йәмғиәтенән ни бары 50 000 һум ғына күскән.
Лицензияға эйә булыусыларҙан тыш, был эшкә бѳтѳнләй хоҡуғы булмағандар ҙа таш сығарыу менән булыша. Уларға ҡаршы көрәш маҡсатында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты төрлө рейдтар уҙғара. Ошондай тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 2017 йылда законһыҙ Шуларҙың 12-һе 36 мең һумлыҡ штрафты түләгән. Лицензияһыҙ эшләгән факттар буйынса 17 мең һумға 11 дәғүә белдерелеп, 16 мең һумы түләнгән.
Файҙалы ҡаҙылмалар менән эш иткән закон боҙоусыларҙы асыҡлау ауыр һәм ҡатмарлы эш. Уларҙың үҙҙәре менән документтары булмай, аҡса эшләү уйы менән күбеһе башҡа райондарҙан килә. Асы, Мулдаҡай урман участкаларының төпкөлдә булыуы арҡаһында ла йыш патрулдәр ойоштороу мөмкинлеге юҡ. Күп осраҡта Асы территорияһынан таш ташыған транспорттар дәүләт теркәүе лә үтмәгән була. Был иһә тотолған осраҡта ла уларға ҡасыу мөмкинлеге бирә.
Бөгөн муниципаль район, бигерәк тә ауыл хакимиәттәре өсөн халыҡтың мәшғүллеге һәм шулай уҡ физик шәхестәр иҫәбенә бюджетты тулыландырыу иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Шуға ла район территорияһында ниндәйҙер эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар етди контроль аҫтында тиергә була. 2018 йылда Һалым хеҙмәте тарафынан Асы карьерҙарына 3 рейд яһалған. Унда эшләгән предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә анализ яһап ҡарағандан һуң, уларҙың бюджетҡа бер тин дә индермәүе, сығарылған таш күләмен һәм уны һатыуҙан килгән аҡсаны әҙ итеп күрһәтеүҙәре асыҡлана. Бынан тыш, таш ташыған ваҡытта йөк ташыу нормаларын боҙған ҙур машиналар юлдарҙы емереп, бюджетҡа өҫтәмә зыян килтерә. Әлеге ваҡытта бындай тәртип боҙоуҙарҙы башҡа төрлө структуралар - хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль органдары, һалым хеҙмәте, урындағы үҙидаралыҡтар менән үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырып ҡына хәл итергә мөмкин. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың 2018 йылдың 27 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһында ер аҫты байлыҡтарын геологик өйрәнеү, рациональ файҙаланыу һәм һаҡлауға дәүләт күҙәтеүен камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эшсе төркөм тураһында” күрһәтмәһенә ярашлы, ошо йылдың 1 февраленә тиклем беҙҙең муниципаль районда ла ошондай төркөм булдырыласаҡ. Уның эше буйынса муниципалитеттар башлығы яуап тотасаҡ. Күрһәтмә проекты әле әҙерлек стадияһында.
Районыбыҙ тѳрлѳ ҡаҙылма байлыҡтарға бай. Үкенескә ҡаршы, урындағы халыҡ ошоға тиклем уның файҙаһын күрә алманы. Был ѳлкәләге мәсьәлә яйға һалынып, Радий Хәбировтың күрһәтмәләре уңышлы тормошҡа ашҡан осраҡта, үҙ байлығыбыҙҙан үҙебеҙгә лә ѳлѳш сығыр тигән ышаныс ҙур.