Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Апрель 2019, 14:38

Республиканы бергәләп таҙа тотайыҡ!

Радий Хәбиров республикала генераль таҙартыу үткәрергә тәҡдим итте. Был турала ул Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм хужалыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү эшселәре көнөнә арналған ултырышта белдерҙе. “Башҡортостан халҡы таҙа, уңайлы, имен һәм тыныс шарттарҙа йәшәргә тейеш”, - тине республика етәксеһе.

Быйылғы экологик акция “Республиканы бергәләп таҙа тотайыҡ!” девизы аҫтында үтә. “Йәшел Башҡортостан” тип аталған экологик проекттың рәсми бренды ла бар. Әйткәндәй, дөйөм республика өмәләре 6 һәм 27 апрелгә планлаштырылған. “Йәшел Башҡортостан» республика проекты тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, урындағы власть вәкилдәре өҫтәмә көндәр ҙә билдәләй ала. Экологик өмәләр 11 апрелдән 16 майға тиклем бара. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү, таҙартыу һәм йәшелләндереү эшенә йомғаҡ 8 июндә яһаласаҡ.
6 апрелдә үткән “Республиканы бергәләп таҙа тотайыҡ!” республика экологик акцияһына белореттар ҙа берҙәм ҡушылды. Шәмбе көнө ҡала, ысын мәғәнәһендә, ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Өмәләрҙә ҡаланың барлыҡ ойошма, предприятие хеҙмәткәрҙәре, студенттар, уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Һәр кем үҙҙәренә тәғәйен биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Берәүҙәр ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы йыйҙы, икенселәре ҡар өйөмдәрен ырғытты, һеперҙе. Берҙәм көс менән урамдар, юл ситтәре, парктар, йылға буйҙары ҡыйҙан таҙартылды.
“Газпром төбәк-ара газ Өфө” йәмғиәтенең Белорет бүлексәһендә лә иртәнән үк эш ҡайнай (өҫкө һүрәттә). Хеҙмәткәрҙәр, предприятиеның директоры Владимир Мосунов етәкселегендә, дәррәү эшкә тотонған. “Белорет, Әбйәлил, Учалы, Бөрйән райондарын хеҙмәтләндергән предприятиела 430-лап хеҙмәткәр эшләй.
Экологик акцияға барыһы ла, эшләгәндәрҙән тыш, дәррәү ҡушылды. Белорет ҡала һәм районына ҡараған участкаларҙа ла 180 хеҙмәткәр өмәлә ҡатнашты. Эшселәр тәғәйен биләмәне “һә” тигәнсе таҙартып та сыҡты”, - тине Владимир Павлович. Экологик өмәгә ғаиләләре менән сыҡҡандар ҙа булды. Елена һәм Кирилл Симинихиндар икеһе лә ошо предприятиела эшләй. Йәш хеҙмәт кәрҙәр үҙҙәре менән 2 йәшлек Аринаны “ярҙам”ға алып сыҡҡан. Арина ла ата-әсәһенә ихлас ярҙам итә, ҡороған япраҡтарҙы тоҡтарға һалыша. Бәләкәйҙән ошондай сараларҙың мөһимлеген күреп үҫкән бала, үҫкәс тә быға яуаплы ҡарарына шик юҡ. Әйткәндәй, предприятиеның Белорет бүлексәһендә экологик акцияларҙан тыш та, биләмәләрен тәртиптә тоторға тырышалар. Йәйен биләмәлә күҙҙең яуын алып үҫеп ултырған сағыу сәскәләргә һоҡланмау мөмкин түгел.
Республика буйынса үткән экологик акцияға ҡала халҡы ғына түгел, райондыҡылар ҙа ихлас ҡушылды. Мәктәп, мәҙәниәт, медицина хеҙмәткәрҙәре, ойошма, предприятие эшселәре биләмәләрен, юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты.

Читайте нас: