Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Апрель 2019, 16:30

Башҡортостанда ҙур өмәләр башланды

- Әйҙәгеҙ, бергәләп йәшәгән еребеҙҙе йыйыштырайыҡ. Ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ таҙа булырға тейеш. Шуға ла өмәләр үткәреүҙе тергеҙергә, был эшкә етди рәүештә тотонорға хәл иттек. Элек өмәләргә халыҡ яҡшы кәйеф менән сыҡҡан, беҙ ошо матур традицияны тергеҙәбеҙ. Кешеләр дәртләнеп эшләргә тейеш. Бының өсөн экологик сараны матур итеп ойошторорға кәрәк. Йәмәғәт урындарында йыр-моң яңғырап торорға, халыҡҡа байрамса кәйеф өҫтәргә тейеш, - тине төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Шулай уҡ, Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ҡала-ауылдарҙың таҙалыҡ стандарттары «юғары», уларға тап килергә кәрәк. Ул үҙенең Хакимиәт етәксеһе Александр Сидякинға өмәләрҙең һөҙөмтәлелеген тикшереү өсөн апрель аҙағында - май башында муниципалитеттарға эксперттар ебәрергә ҡушты.
6 апрелдә тәүге республика өмәләре үтте. Бер аҙнанан киләһе экологик сара көтөлә. Әммә был көндәлек эштәрҙең туҡтап ҡалыуын аңлатмай. Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр ҡалған ҡарҙы таҙарта, ҡыш дауамында йыйылған сүп-сарҙы түгеү менән мәшғүл. Артабан улар ҡоймаларҙы, сүп-сар һауыттарын яңыртып, ремонтлап, газон ситтәрен, контейнер һәм балалар майҙансыҡтарын кәртәләйәсәк. Ә йылы көндәр килеү менән ерҙе йомшартыу, ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу, йәшелләндереү эштәренә тотонасаҡтар. Май байрамдарына республика балҡып торорға тейеш.
Эш күләме ҙур. Бер өмә менән генә йыл буйына йыйылған сүпсарҙан арынып бөтөп булмай, әлбиттә. 6 апрелдә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында, Учалы һәм Сибай халҡына акцияны үткәреүгә һауа торошо ҡамасауланы, экологик өмәләргә 319 280 кеше һәм 3 056 берәмек техника сыҡҡан. 5 532 ихата, 107 ял итеү урыны, 63 хәрби мемориал тәртипкә килтерелеп, 15 690 ойошма үҙҙәренең биләмәһен таҙартҡан. 110 261 кубометр сүп-сар сығарылған. Өмәләр уҙғарылған урындарҙа 189 байрам сараһы һәм 846 ҡайнар аш менән туҡланыу нөктәһе ойошторолған.
Белорет төбәге үҙенең ҡырыҫ, һалҡын климатлы тәбиғәте менән республиканың башҡа райондарынан айырыла. Яҙ бер нисә аҙнаға һуңғараҡ килә. Шулай ҙа район һәм ҡала халҡы ҡул ҡаушырып ултырманы, экологик акцияға ҡушылды, биләмәләрен тәртипкә килтерә башланы. Район һәм ҡала буйынса экологик өмәләрҙә барлығы 5 300 кеше ҡатнашҡан. “Тәбиғәт ҡарҙан тулыһынса әрселеп бөтмәгән әле, бәлки, шуғалыр ҙа тәүге акцияны халыҡ әллә ни дәррәү элеп алманы. Икенсе юлы халыҡ ихлас ҡатнашыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Башҡортостанда ҙур өмәләр башланды Йәшәгән еребеҙ - беҙҙең йөҙөбөҙ”, - тине урындағы власть етәкселәре лә. Эйе, ҡала-районыбыҙҙы бер көндә генә таҙартып булмай шул. Акцияға ҡушылыуҙы кәрәк тип тапмаған сауҙа нөктәләре, ойошмалар ҙа булды. Икенсе юлы улар ҙа ҡатнашыр тип ышана етәкселәр. Берҙәм акцияға ауыл хакимиәттәре лә дәррәү ҡушылды, тәғәйен биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартты. Инйәрҙәр, мәҫәлән, 15 кубометр сүп-сар сығарған. Мәктәп, балалар баҡсаһы, хакимиәт, балалар сәнғәт мәктәбе, почта, район мәҙәниәт йорто, “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, китапхана, дауахана, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, урман хужалығы, янғын һүндереү часы, “Сбербанк”, газ участкаһы, автозаправкалау станцияһы, “Инйәр”, “Урал” кафелары, ПУЖКХ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошма-предприятиелар үҙ биләмәләрен, ташландыҡ участкаларҙы тәртипкә килтерҙе, ағастарҙы аҡланы, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре юл буйҙарын, трассаны сүп-сарҙан таҙартты. Экологик өмәлә барлығы 486 хеҙмәткәр ҡатнашты.
6 апрелдә Сермәндә лә эштәр ҡайнаны. Ауыл хакимиәтенә ҡараған барлыҡ ойошма-учреждениелар, предприятиелар экологик акцияға ҡушылды, ауылдаштар өсөн дә эштәр етерлек булды. Кемдер ҡар ырғытты, икенселәр тоҡтарға йыйылған сүп-сарҙы һалды. Ярҙамға техника ла килде. Ауыл да матурайып, таҙарып ҡалды. Артабан өмәләр, акциялар дауам итә, ауылдар ҙа бермә-бер таҙарып ҡаласаҡ. Үҙебеҙгә генә берҙәм, дәррәү булырға кәрәк.
Үҙ ихатаһын матурыраҡ һәм таҙараҡ итеүгә һәр кем өлөш индерә ала. Әгәр күршеләрегеҙ менән берләшеп, төҙөкләндереү эштәрендә ярҙам итергә теләһәгеҙ, урындағы хакимиәт башланғысты хуплап ҡаршы аласаҡ. Ҡорамалдар менән тәьмин итәсәк, алдан һөйләшеп килешһәгеҙ, хатта үҫентеләр ҙә бирәсәк.
Республикабыҙҙы сүп-сарҙан таҙартыуҙан тыш, 20 апрелдән 20 майға тиклем ағас ултыртыу буйынса айлыҡ һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтәсәк. Унда барлыҡ муниципалитеттар ҙа ҡатнаша. Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 17 мең ҙур ағас һәм 4 мең ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана, тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ағас ултыртыуҙың берҙәм көнө тип 27 апрель билдәләнде. Муниципалитеттарҙа тематик аллеялар өсөн 57 ер участкаһы билдәләнгән. Ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, пирамида һымаҡ тирәк һәм ҡыуаҡтар - барбарис, спирея, гөлйемеш, миләш ултыртыу ҡаралған.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһына белореттар ҙа ҡушыла. Сермәндәр, инйәрҙәр менән бергә башҡа ауылдар, ҡала халҡы ла “Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!” акцияһында ҡатнаша аласаҡ. Акция һөҙөмтәле булһын өсөн ҙурыраҡ ағастарға өҫтөнлөк биреләсәк. “Белорет” урман хужалығы ла 445 мең йәш үҫенте һәм 1 метрҙан 2 метрға тиклем 3 мең шыршы, 4 мең ҡарағас ағастары менән тәьмин итергә әҙер.
- Акцияның мәғәнәһе - ағас ултыртыу, йәшелләндереү генә түгел, ә йәмәғәт башланғыстарын яҡлау, халыҡты ҡала һәм ауылдарыбыҙҙа таҙалыҡ, йәшел мөхит булдырыу эшенә йәлеп итеү, - тине Радий Фәрит улы.
Акция йомғаҡтары буйынса “Йәшел Башҡортостан” фотоконкурсы ойошторола - ҡатнашыу өсөн акцияға килергә, ағас ултыртырға, фотоға төшөргә һәм уны #йәшелБашҡортостан2019 хештегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. Еңеүселәрҙе “Бергәләп күңеллерәк” һәм “Минең урманым - минең киләсәгем” номинацияларында “лайк”тар буйынса билдәләйҙәр.
“Республиканы бергәләп таҙа тотайыҡ!” экологик акцияһы бер нисә көндә киң танылыу алды. Оҙайлы ҡыштан һуң иғлан ителгән айлыҡ, өмәләр әле барасаҡ. Тыуған ауылын, тыуған төйәген матур, төҙөк итеп күрергә теләгән һәр кем сараларҙа ихлас ҡатнашып, уны тағы ла йәмлерәк итеп ебәрәсәгенә шик юҡ. Бынан тыш, 8 апрелдә ҡабул ителгән яңы закон да бик урынлы булды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары газон йәки түтәлдәрҙе тапаған, уларҙа автомобиль ҡалдырған өсөн штрафтар индерҙе. Закон тәүге уҡыуҙа ҡабул ителеп, 9 апрелдә рәсми раҫланды. Граждандар өсөн штраф күләме - 1-2 мең, предприятиелар өсөн 30 мең һумға етәсәк.
Әйҙәгеҙ, республикабыҙҙы бергәләп таҙа тотайыҡ, йәшел Башҡортостаныбыҙҙы булдырып, ағас ултыртып, ғүмер бүләк итәйек. Был беҙҙең ҡулдан килә!

Читайте нас: