Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Апрель 2019, 14:02

Бал ҡорттары ла тамғалы буласаҡ

Эре мөгөҙлө малға, һарыҡ-кәзәгә, эт-бесәйгә чиптар ҡуйҙыҡ. Сират - бал ҡорттарына. Бал ҡорттары ла күҙәтеү аҫтына алынасаҡ. Умарталарға электрон чиптар ҡуйыласаҡ. Яҙғы ревизия ваҡытында ветеринарҙар чиптар ярҙамында бал ҡорттары ғаиләһенә быға тиклем ниндәй профилактик саралар ойошторолған булыуын ҡарай ала, дауалау юлдарын барлай. Балды һатыуға сығарғанда, ветеринар теркәп ебәргән документта умарталыҡ тураһында был мәғлүмәттәр ҙә асыҡ буласаҡ.

Бал ҡорттары ла, бөжәктәр һәм хайуандар кеүек үк, төрлө йоғошло һәм паразитар ауырыуҙарға дусар. Улар тураһында белеү һәм дауалау ветеринарҙар иңенә һалынған. Белорет районы баш ветеринар врачы урынбаҫары Олег Кортюков белдереүенсә, ҡорттар ҙа, башҡа ауыл хужалығы продукцияһы төрҙәре менән бер рәттән, “Ветеринария тураһында”ғы Закон статьяһына ярашлы, иҫәпкә алынырға һәм тиңләштерелергә тейеш.
Хәҙер ҡортсолоҡ күп ғаиләләрҙе төп килем менән тәьмин иткән эшмәкәрлек төрөнә әйләнде. Шул уҡ ваҡытта ошо хужалыҡтарға иҡтисади яҡтан зыян килтергән варратоз, нотзематоз, аскофероз кеүек хәүефле ауырыуҙар ҙа бар. Был ауырыуҙар таралған осраҡта күрелгән зыян байтаҡ ҡына буласаҡ. Яҙын умартасы умарталарҙы тикшереп, үлгән, ауырыу ҡорттарҙы һауҙарынан айыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡағиҙәне күптәр үтәргә ашыҡмай. Умартала үлгән ҡорттар бар икән, хужалары ветеринарҙарға мөрәжәғәт итеп, өлгөләрҙе лабораторияға ебәрергә тейеш. Лабораториянан һығымта алғандан һуң, умартасы дауалау саралары үткәрергә бурыслы.
Быйылдан хайуандар иҫәбе тураһында мәғлүмәттәр РЕГАГРО берҙәм системаһына индереләсәк. Хайуандарға кеүек үк, ветеринарҙар тарафынан тикшерелгән һәр ҡорт умартаһына теркәү билдәһе алырға тейеш. Бал ҡорттары ғаиләһе тураһында мәғлүмәттәр ауыл хакимиәттәренең хужалыҡ китабына индереләсәк. Был система эпизотик хәлде контролдә тотасаҡ. Йыл һайын үткән ревизия мәлендә 50 умарталыҡ тураһында мәғлүмәттәр йыйыла. Уларҙың күпселегендә 200-гә яҡын умарта иҫәпләнә. Әйтеп үтелгән Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының 2016 йылдың 9 майындағы приказы ҡорт ғаиләләрен күсереү, умарталарҙы урынлаштырыу өсөн күп талаптарҙы көйләй ҙә инде. Тораҡ пункттарҙа 100 кв. метр майҙандағы участкала икенән ашыу ҡорт ғаиләһе урынлаштырылырға тейеш түгел. Умартасылар өсөн ябай практика - ҡорттарын килтерәләр, араларҙы иҫәпкә алмайынса, рәттәр буйлап урынлаштыралар. Һөҙөмтәлә ҡорттар бер-береһе менән буталып, ауырыу хәүефе лә бермә-бер арта. Ҡағиҙә буйынса, умарталыҡ араһы 1,5 саҡрымдан да кәм булырға тейеш түгел. Ҡорттарҙы бал йыйырға ситкә алып сыҡҡанда хужаларының дауалау саралары тураһында мәғлүмәттәр яҙылған документтары булырға тейеш. Был норматив талаптарҙың бер өлөшө генә әле. Миҫал өсөн, ҡорт умарталарынан күрше участка сигенә тиклем ара - 3 метрҙан, ике участка араһындағы ҡойма бейеклеге 2 метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Медицина, белем биреү учреждениеларынан - 100 метрҙан, кондитер, химия сәнәғәте преприятиеларынан, тимер һәм автомобиль юлдарынан 500 метрҙан да кәм булмаған ерҙә урынлаштырыу ҡаралған.
Ҡорттар бал йыйған осорҙа хужалары уларҙы сит төбәккә лә алып сыға. Ҡайһы берҙәр ҡорт ғаиләләрен федерацияның төрлө субъекттарынан, хатта башҡа дәүләттәрҙән дә килтерә. Һатып алыусының умарталарын ташығанда һәм уны урынында теркәгәндә “Меркурий” системаһы буйынса электрон рәсмиләштерелгән документтары булырға тейеш. Хәҙер ҡорттарҙы көньяҡтан килтерәләр. “Меркурий” мәғлүмәт системаһында документтарҙы тикшереү менән бер рәттән кем кемдән, ҡайҙан мал, ит-һөт аҙыҡтарын һатып алғанлығын ғына түгел, ҡорттарҙы ла ҡарай алабыҙ. Махсус ҡағыҙһыҙ килтерелгән ҡорттарҙың сығышы билдәһеҙ тип иҫәпләнәсәк һәм башҡа умарталыҡтарҙан 5 саҡрым алыҫлыҡта урынлаштырыласаҡ. 30 көнлөк карантин үтеү мотлаҡ. Карантин зоналары райондың көнсығышында - Абҙаҡ сигендә, Бөрйән йүнәлешендәге Ҡағы янында һәм Өфөнән килгәндәр өсөн Инйәрҙә урынлашҡан. Ҡағиҙә боҙоусылар өсөн статьялар ҡаралған.
Йүкә һәм бал биргән башҡа тау үҫемлектәре Инйәр, Егәҙе, Туҡан, Әүжән төбәктәрендә, Асыла урынлашҡан. Тәжрибәле умартасы ваҡытында ҡорттарын эшкәртә, ашлама бирә һәм сәскә атҡан мәлдә ҡорт ғаиләһе үҫешен тәьмин итә. Улар 10-лаған умартанан, 20 умарта тотҡан эш башлап тороусы умартасыға ҡарағанда, икеләтә күберәк бал алыуы ихтимал. Бөгөнгө көндә ҡорттарҙы бер миҙгелгә генә алыусылар ҙа бар.
Малсыларға һәм умартасыларға аптека хеҙмәттәрен дә тәҡдим итәбеҙ. Яҙын мал тыуымы арта, витаминдар кәрәк. Витаминлаштырылған тоҙ, иҫкәртеү һәм дауалау препараттары бар. Мөрәжәғәт итегеҙ, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ, тине баш ветеринар урынбаҫары Олег Владимирович.
Читайте нас: