Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Апрель 2019, 14:05

Тирлән яңырыу кисерә

Муниципаль район хакимиәте башлығы сираттағы эш сәфәре менән был юлы Тирлән ҡасабаһында булды. Бында Республика ярҙамы менән ауыл өсөн дүрт масштаблы социаль йүнәлешле проект тормошҡа ашырыла.

Беренсеһе - урта мәктәп бинаһына капиталь ремонт. Мәктәп 1961 йылда төҙөлгән һәм быға тиклем ул бер ҡасан ремонтланмаған. Ошо маҡсатҡа Республика ҡаҙнаһынан 4 миллион аҡса бүленгән, әлеге ваҡытта эштең ҡыҙыу мәле. Бөгөнгө көндә бинаның ҡыйығы һәм фасады яңыртылған, иҙән һәм йылытыу системаһы алыштырылған, пластик тәҙрәләр, яңы ишектәр ҡуйылған, стеналар буялған. Алда - тирәяғын төҙөкләндереү һәм эске эштәрҙе тамамлау. Әлеге мәлдә уҡыусылар башланғыс мәктәп бинаһында уҡый. Мөһим объект 2019 йылдың сентябренә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Икенсе проект - ҡасабаның үҙәк һәм иң оҙон Совет урамына капиталь ремонт үткәреү. Юлдың оҙонлоғо 4 саҡрым. Бының өсөн бюджеттан ошо йылда 8 миллион 444 мең һум аҡса бүленгән. Дөйөм алғанда, юл эштәре хаҡы 17 миллион тирәһенә барып баҫасаҡ. Ауыл өсөн был бик мөһим һәм кәрәкле проект һанала.
Өсөнсө, ғәмәлгә ашырыласаҡ проект - социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тирләндәр менән осрашыу мәлендә үҙәкте төҙөргә ярҙам итәсәген вәғәҙәләгәйне. Яңы бинала ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе һәм китапхана урынлашасаҡ. Бинаны үҙәк урынға, яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексына яҡыныраҡ тѳҙөйәсәктәр. Бының өсөн иһә Башҡортостан ҡаҙнаһынан 5,5 миллион һум бүленгән.
Ә инде дүртенсе проект тирләндәр өсөн яңылыҡ. Федераль проектҡа ярашлы, шулай уҡ Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, «Тарих ҡуласаһы» паркы буласаҡ. Парктың нигеҙе - 120 тонналыҡ ҡуласа Тирләндә булғандарға таныштыр. Ул күптәнән ауылдың визит картаһына әүерелгән. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов әйтеүенсә, паркты булдырыу 2 миллион 571 мең һумға төшә. Был эштәр Республика ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: