Эйе, мөмкин. Ошондай күренешкә юлыҡһағыҙ, кеҫә телефонына төшөрөү ҙә етә. Машинаның маркаһы һәм дәүләт номеры асыҡ күренергә тейеш. Автомобиль хужаһы “тимер атын” ҡайһы урамда һәм йорт алдында ҡалдырғанын иҫбатлаған фоторәсем дә яҡшы вариант. Әгәр ҙә автомобиль салонында хужаһының телефоны яҙылған ҡағыҙ ҡуйылған икән, уны ла фотоға төшөрөү кәрәк. Мөрәжәғәтнамә аноним булырға тейеш түгел. Гражданға махсус бланк тултырырға кәрәк буласаҡ (уны Юстиция буйынса дәүләт комитетының сайтынан алырға мөмкин). Бланкта уның исем-шәрифе, бәйләнеш телефоны, электрон почтаһы, шулай уҡ тәртип боҙоусыны ҡасан һәм ҡайҙа тотҡан, ҡайһы телефонға төшөргән кеүек мәғлүмәттәр тултырылырға тейеш. Ғариза, фото һәм видеоны административ комиссияның рәсми электрон адресына (
[email protected] ru) ебәрергә йәки Ленин урамы,71, 212-се бүлмәгә шәхсән килтерергә мөмкин.