Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Июль 2019, 17:42

Ҡый тапшыр ҙа аҡса эшлә

Ян-яғыбыҙҙа ѳйѳлгән “ҡый тауҙары”, сүп-сар мәсьәләһе тураһында байтаҡ яҙҙыҡ. Эйе, ѳҫкә ауып килгән сүп-сар ѳйѳмдәре кѳндән-кѳн үҫә, ә уны зыянһыҙ-ниһеҙ ҡайҙалыр олаҡтырыу илебеҙ ѳсѳн ҙур бәлә булып ҡала килә. Шулай ҙа был йәһәттән ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр ҙә юҡ түгел.

Ошо кѳндәрҙә ҡалабыҙҙа беренсе Экопункт - икенсел сеймал ҡабул итеү нѳктәһе үҙ эшен башланы. Уны бойомға ашырыусылар - йәшлек дәрте ташып торған, тәбиғәттең, кешелектең бѳгѳнгѳһѳ, киләсәге ѳсѳн ихлас борсолған яҡташтарыбыҙ - Руслан Шакиров һәм Ярослав Шустал. Әйләнә-тирәне бысратҡан, гүзәл тәбиғәттең йәмен ебәргән сүп-сар менән күптән кѳрәш алып бара был шәп егеттәр. Урман-тауҙарға сәйәхәткә улар ҡый ѳсѳн махсус тоҡтарһыҙ йѳрѳмәй.
- Бер ай элек танышым Елена Перминова менән “Күк ҡаялар” тигән ғәжәп матур урында 160 литрлыҡ ҡапсыҡтар менән йәмғеһе 50 тоҡ сүп-сар йыйҙыҡ. Район-ҡала хакимиәте ярҙамы арҡылы тоҡтарға тултырылған ҡыйҙы ҡала контейнерҙарына илтеп түктек. Шуны әйтер кәрәк, ерҙә аунап ятҡан сүп-сарҙың күп ѳлѳшѳ - пластик һәм алюмин һауыттар, шешәләр һәм ҡағыҙҙар. Уйлап ҡараһаң, тирә-яғыбыҙ ҡабат-ҡабат эшкәртелеү мѳмкинлегенә эйә икенсел сеймал менән тулған! Шулай итеп, ял һайын уҙғарылған сираттағы ѳмәнән һуң, дуҫым Ярослав Шустал менән ҡалала икенсел сеймал ҡабул итеү урыны асырға ҡарар ҡылдыҡ, - тип Экопункттың асылыу тарихын бәйән итте Руслан Шакиров.
- Дѳрѳҫѳн әйткәндә, йылдар буйы тупланған сүп-сарҙы йыйып бѳтѳү - ике-ѳс кешенең генә хәленән килерҙәй эш түгел. Берәүҙәр йыя тора, икенселәр ташлай тора. Һәр береһенә нотоҡ уҡып, йә арттарынан ҡамсылап йѳрѳп булмай ҙа инде. Тимәк, тѳйәктәштәребеҙгә тирә-йүнде таҙа тоторға стимул бирерҙәй ниндәйҙер башланғыстың булыуы фарыз. Был йәһәттән ҡаланың үҙендә урынлашҡан Экопункттан да уңай нәмә юҡ. Кеше ҡала, тәбиғәт йәмен ебәргән сүп-сарҙы ла йыясаҡ, аҡсаһын да аласаҡ, - тип фекерҙәрен еткерҙе Ярослав Шустал да.
Экопункт әлеге ваҡытта ҡатырға, ҡағыҙ, алюмин банкалар, пластик һәм быяла һауыттар ҡабул итә. Мәҫәлән, пластик һауыттарҙың бер килограмы 5 һум, алюмин банкалар - 20, ҡатырға - 4, макулатура - 3,5 һум, быяла 30 тин тора.
Күберәк социаль проектты хәтерләткән стартаптың яңы ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, егеттәрҙе хуплап-йѳпләп торған фекерҙәштәре, ярҙамсылары ла бихисап. Тирлән, Абҙаҡ ауыл хакимиәттәре Экопункт менән бѳгѳндән үк хеҙмәттәшлек итергә, үҙ биләмәләрендә уның филиалдарын асырға әҙер.
Әлбиттә, Руслан менән Ярославтың изге ғәмәлде еренә еткереп тормошҡа ашырыр ѳсѳн эшләйһе эштәре байтаҡ ҡына әле.
- Экопункт барыһын да үҙенә йәлеп итеп, саҡырып торорға тейеш. Сит илдәрҙә был йәһәттән барыһы ла ифрат шәп ойошторолған: ҡабул итеү урындары яҡты, таҙа, һәр икенсел сеймал ѳсѳн айырым контейнерҙар ҡуйылған. Беҙ ҙә эшмәкәрлекте ошондай кимәлгә еткерергә маҡсатлаштырғанбыҙ. Иң мѳһиме - тәүәккәллек, фекерҙәштәр, ярҙамсылар булһын, - ти егеттәр ихлас йылмайышып.
Хәйер, ҡыйын эшкә ҡыйыу ҡулдар булғанда, ҡуйған маҡсаттар асманға ашмай ҡалмаҫ. Руслан Шакиров (һүрәттә уңда) менән Ярослав Шусталдың сүп-сар менән кѳрәштә әһәмиәтле аҙымын да тиҙ арала дәррәү күтәреп алырҙар.
Читайте нас: