Ҡурсаулыҡ директоры Фәнүр Хажиғәли улы Әлибаев, урынбаҫары Вәкил Сәлимгәрәй улы Ғәлиастанов, оператив төркөм етәксеһе Айҙар Хаммат улы Байрамғәлин, өлкән ғилми хеҙмәткәр Миләүшә Шәрифулла ҡыҙы Барлыбаева, күп йылдар ҡурсаулыҡта баш бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рәсимә Байдәүләт ҡыҙы Таһирова һәм методист Азамат Мансур улы Байрамғәлин ҡурсаулыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында бәйән иттеләр, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙолар.
Һуңынан ҡунаҡтар өсөн Юша һыртының иң бейек нөктәһе - Дүнән-Һуйған тауына экскурсия ойошторолдо. Ҡурсаулыҡ көҙ буяуҙары мансыла ғына башлаған урмандарының матурлығы, мәғрур ҡаялары һәм тауҙары менән Өфө ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы.