Кѳҙ етеү менән шәхси йортта йәшәүселәр үҙҙәре янында сирҡандырғыс “ѳйҙәштәр” барлығын тоя. Йәйгеһен баҡса-ҡырҙарҙа кѳн күргән сысҡан-ҡомаҡтар беренсе һыуыҡтарҙан уҡ йылы урын эҙләй башлай. Бының ѳсѳн кеше торлағынан да уңай ер юҡ, әлбиттә. Нисек ҡотолорға һуң мѳлкәт, һаулыҡ ѳсѳн зарарлы күршелектән? Һатыуҙа булған ағыулы матдәләргә тотонор алдынан, иң элек ѳләсәй-олатайҙарыбыҙ ҡулланған сараларҙы һынап ҡарау зыян итмәҫ. Сѳнки ағыу-маҙар ашап, сысҡандарҙың ҡул етмәҫ ерҙә емтек еҫе таратып ятыуы ла ихтимал бит әле.
1. Һаҙанаҡ (багульник). Был дарыу үләненең составында кѳслѳ еҫле эфир майҙары күп. Билдәле булыуынса, ҡырҡыу еҫте кимереүселәр хушһынмай. Сысҡандарҙы ҡурҡытыр ѳсѳн һаҙанаҡты 4 тѳрлѳ ысул менән ҡулалланырға: гѳл һауыттарына ултыртып, шәхси йорттоң бүлмәләрен йәмләргә; еҫле лампа алып, үҫемлектең эфир майын тамыҙырға; ѳй мѳйѳштәренә киптерелгән һаҙанаҡты һалырға (йыш-йыш яңыһына алыштырып торғоҙ) һәм кипкән үлән менән ѳйҙѳ тѳтәҫләп сығырға мѳмкин. Үҫемлекте ҡулланырҙан алда, ғаиләлә берәйһенең уға ҡарата аллергияһы булыу-булмауын асыҡларға онотмағыҙ (һаҙанаҡ кѳслѳ аллерген!).
2. Бѳтнѳк (мята). Ул кеше ѳсѳн тәмле тойолһа ла, кимереүселәр әлеге үҫемлекте ене кеүек күрә, имеш. Бѳтнѳктѳ ҡулланыу ысулдары ла бихисап, мәҫәлән, уның кипкән йә яңы ғына ѳҙѳлгән япраҡтарын сысҡандар йѳрѳгән ерҙәргә һалып сығырға; ҡаты тѳнәтмә эшләп, һиптергескә ҡойоп, кимереүселәр тойолған мѳйѳштәргә һирпергә; мамыҡты йомарлап, эфир майына манып, мѳйѳштәргә тәгәрәтергә була.
3. Кориандр. Кимереүселәрҙе кѳслѳ еҫле тәмләткестәр ҙә тиҙ ѳркѳтә. Улар сысҡандарға ҡаршы кѳрәштә магазинда һатылған махсус ағыуҙан бер ҙә ҡалышмай. Ошо йәһәттән кориандрҙың орлоҡтарын, яңы ѳҙѳлгән һабаҡтарын, онтаҡ рәүешле составын ҡулланалар. Үҫемлек ѳлѳштәрен аш-һыу бүлмәһенең кәштәләренә, баҙ аҫтына, ѳй мѳйѳштәренә таратығыҙ.
4. Ҡаратамыр (чернокорень). Был дарыу үләнен халыҡта “ҡомаҡтарҙы ѳркѳткѳс” тип тә йѳрѳтәләр. Йортта сысҡандар пәйҙә булғанда, ҡул аҫтындағы ҡаратамыр йәпле булыр.
Халыҡ сараларынан тыш, йортта бесәй тотоу, сысҡандар ѳсѳн тәғәйенләнгән ҡапҡандар, ультратауышлы махсус ҡоролмалар ҡуйыу ҙа кимереүселәрҙе һеҙҙең торлаҡтан ҡасырға мәжбүр итер. Йорт-ҡураны ваҡытында сүп-сарҙан таҙартып тороу, ризыҡ ҡалдыҡтарын асыҡ килеш ҡатырып һалып ҡуймау, сысҡан-ҡомаҡтарға ҡаршы алдан уҡ профилактик саралар күреү хужалығығыҙҙы был ҡоротҡостарҙан араламай ҡалмаҫ.