Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Сентябрь 2019, 13:13

"Йәшел ҡалҡан" - йәшәйеш нигеҙе

15 сентябрҙә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан файҙаланып, "мәңгелек" урман һағында тороусыларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу йәһәтенән “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Белорет урмансылығы буйынса бүлегенең урман тергеҙеү инженеры Лилиә ИЛЬЯСОВА менән әңгәмәләштек.

ҺҮРӘТТӘ: Эльвира Зарипова, Лилиә Ильясова, Елена Орехова. Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
ҺҮРӘТТӘ: Эльвира Зарипова, Лилиә Ильясова, Елена Орехова. Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
► Лилиә Юныс ҡыҙы, Иҙел башы республикала урманға иң бай төбәктәрҙең береһе, урман уның территорияһының 80 процентын биләй. Ә Белорет урмансылығы иһә районда иң ҙурҙарынан һанала. Урмансылыҡ, Белореттан тыш, Абҙаҡ, Әзекәй, Ишле, Тимер юл, Ломовка, Нура, Сермән, Сосновка ауыл хакимиәттәрен хеҙмәтләндерә. Урмансылыҡ биләмәһендә эштәр торошо тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Урмансылыҡ 203 мең гектар территорияны үҙ эсенә ала. Белорет урмансылығы буйынса бүлегенә башлыса урман хужалығын алып барыу, ҡуртымға биреү, аукциондар үткәреү, контроль һәм күҙәтеү эштәре йөкмәтелгән. Үткән ярты йыл һөҙөмтәләре буйынса, 149 килешеү төҙөлгән һәм 116 мең гектарҙа урмансылыҡ майҙаны ҡуртымға бирелгән, шул иҫәптән 115 гектары ағас әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән, башҡа төр файҙаланыу өсөн дөйөм майҙаны 670 гектарға ҡуртымға 143 килешеү төҙөлгән. Ҡала-райондың ағасҡа ихтыяжы ҙур. 2019 йыл өсөн йорт төҙөү, яңыртыу, йорт-ҡаралты төҙөү һәм ремонтлау, йылытыу өсөн ағас һорап 532 ғариза тултырылған, шулар араһында янғындан зыян күреүселәр һәм тәүсиратта тороусылар ҙа бар.
► Ошо өлкәлә инженер булараҡ, урман тергеҙеү эше буйынса ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
- Быйыл Белорет урмансылығы хеҙмәткәрҙәре 480 гектарҙа 2-3 йыллыҡ ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Ҡалған йүнәлештә лә дәүләт йөкләмәләре үтәлеп килә. Ҡуртымсылар, урмандың файҙаһын күреүҙән тыш, уны тергеҙеү, һаҡлауға бәйле бурыстарҙы ла атҡарырға тейеш. Был йәһәттән әлегә барыһы ла йөкмәтелгәнде теүәл үтәргә тырыша, бурыстарына яуаплы ҡарай. Урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса ла эштәр алып барыла. Ҡуртымсылар ҙа урман менән файҙаланып ҡына ҡалмай, уны тергеҙеүҙә төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Урмандарҙа янғынды иҫкәртеүсе стендтар һәм башҡа билдәләр ҡуйыу, ял итеүселәр өсөн урындар әҙерләү, янғынға ҡаршы тәғәйенләнгән юлдарҙы реконструкциялау эшен дә башҡара улар.
► 5 октябрҙә Башҡортостанда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы күҙаллана. Быйыл апрелдә үткән акцияла Белорет урмансылығы һәм ярҙамсылары тарафынан күпме ағас-ҡыуаҡ ултыртылды?
- Яҙын үткән экологик өмәлә йәмғеһе 4168 йәш үҫенте ултыртылған. 2-3 йыллыҡ ҡарағай, шыршы, ҡайын, сирень үҫентеләре хәҙер Блюхер, Киров урамындағы майҙансыҡтарҙы, район-ара прокуратура алдын биҙәй. Ишле, Абҙаҡ ауылдарындағы обелискылар алдына ла йәш үҫентеләр ултыртылды. Ағас ултыртыу өмәләрендә 257 кеше ҡатнашты.
► Урмандарҙың яныуы ла хәүефләндерә.
- 2019 йылдың башынан бөгөнгәсә урмансылыҡ биләмәһендә 5 урман янғыны теркәлде. Дөйөм алғанда, ут 95,5 гектар майҙан буйлап үтте, был һан былтырғы йыл менән сағыштырғанда 11 осраҡҡа әҙерәк. Әлеге ваҡытта урман янғындарын артабан да иҫкәртеү саралары күрелә. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса ла эштәр башҡарыла.
► Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре байрамы айҡанлы алдынғы, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән эшсәндәрҙе лә ҡотлап үтәйек.
- Белорет урман хужалығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Шиһапов, урман инженерҙары - Эльвира Ғәлиәхмәтова, Эльвира Зарипова, Елена Орехова, участка урмансылары - Илнур Минһажев, Салауат Хәмиҙуллин, урмансылыҡ хеҙмәткәре Светлана Баһаутдинова һәм башҡа бик күптәрҙең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Форсаттан файҙаланып, ветерандарыбыҙҙы, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән, шулай уҡ ошо көндәрҙә юбилейын билдәләгән хөрмәтле коллегабыҙ, ғүмеренең 30 йылын урмансы һөнәренә биргән Сергей Федорович Гусевты тәбрикләп, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
► Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Лилиә Юнысовна!

Читайте нас: