Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Октябрь 2019, 17:42

Династияны дауам итеп

Абҙаҡ ауылында нәҫелдәре менән үҙҙәрен урман тормошона арнаған ғаиләләр бар, әммә улар араһында Фазыловтарға етеүсе юҡтыр. Әле лә урмансылар династияһының быуын сылбырын һаҡлап, эшҡыуар Марсель ата-олатайҙарының эшен дауам итә.

Әйткәндәй, Марселдең атаһы Мансур Ғәләүетдин улы ғүмер буйы Абҙаҡ урмансылығында эшләп, Мәскәүҙә урмансылар съезында делегат булып ҡатнаша, тәбиғәт байлығын арттырыуҙа һәм һаҡлауҙағы фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Урман хужалығы федераль агентлығының Почет грамотаһы менән баһаланған. "Урман рыцары" исеменә лә лайыҡ булған хөрмәтле ветеран. Мансур ағайҙың тормош иптәше Рәйсә Бәҙретдин ҡыҙы ла урмансылыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған олатаһы Ғәләүетдин дә урмансы. Ғәләүетдиндең атаһы - Тимерхан Камалиевты ла ауылдың оло быуын кешеләре урман өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған, намыҫлы, талапсан кеше тип хәтерләй. Шуға ла Марсель Мансур улына Хоҙай үҙе ҡушҡан урман эше менән булышырға.
Үҙен белгәндән алып Марсель атаһы менән урманда ағас ултыртыу кеүек төрлө эштәрҙә ярҙамлашып үҫә. Өфөлә иҡтисад лицейын уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын да Белорет урмансылығында башлай. Урман эштәрен алып барыусы, урман инспекторы булып тәжрибә туплаған егетте 2008 йылда хаҡлы ялға киткән атаһы урынына Абҙаҡ участка урмансылығына лесничий итеп ҡуялар, ә инде 2013 йылда Белорет урман хужалығына директор итеп тәғәйенләнә. Тик үҙенсә эшләргә теләгән тырыш, маҡсатлы егет, 2016 йылда директорлыҡ вазифаһын ҡалдырып, шәхси предприятиеһын аса. Уның был шѳғѳлѳ лә урмандан айырылғыһыҙ. Әле бөтмөр хужа ѳс гектар майҙанды биләгән питомникта ағас үҫентеләрен тәрбиәләп үҫтерә, орлоҡтарҙы ла үҙе әҙерләй.
Әлбиттә, был эштең ни тиклем мәшәҡәтле булыуын урман эсенә инмәгән кеше генә аңламай. Марселдең кәсебе йыл дауамында туҡтауһыҙ тир түгеүҙе талап итә. Ҡыш буйы тубырсыҡ йыя, орлоҡтарҙы ѳйѳндә махсус ҡорамалда киптерә. Ҡыш сәсеүгә әҙерләнеп, ер ҡарҙан әрселеү менән ағас үҫентеләрен диләнкәләргә сығара.
- Ағас үҫтереүҙең мәшәҡәте күп, технологияһын, нескәлектәрен белергә кәрәк, - ти ул.
Бер миҙгелдә питомнигында ике миллион тѳп ағас үҫентеһен әҙерләп, һатыуға сығара. Уларҙы Силәбе, Златоуст тарафтарынан килеп алалар, урындағы ҡуртымсылар ҙа уның менән хеҙмәттәшлек итә.
- Эшем оҡшай, шуға ла яратҡан шѳғѳлѳм менән булышам, тип ышаныслы әйтә алам. Үҙебеҙҙең диләнкәләргә сәсәбеҙ. Быйыл Абҙаҡ участка урмансылығында 40 гектарға йәш ағас үҫентеһе ултырттыҡ. Урманды тергеҙеүҙең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлайым, шуға ла, үҫентеләрем сифатлы булһын, бирешмәйенсә нығынып китһен өсөн, ваҡытымды ла, үҙемде лә йәлләмәйем, - ти уңған хужа.
Марселдең эшен яратып башҡарғанын питомникка барып инеү менән аңлайһың. Унда тәртип, бер сүп үләнен дә тапмаҫһың, йәш үҫентеләр күҙҙең яуын алып үҫеп ултыра. Егет тормошта ла ошондай уҡ камиллыҡҡа ынтыла, ауылдаштары араһында ла абруй ҡаҙанған. Тормош иптәше Әлфирә Фәтих ҡыҙы менән ун ике йыл матур донъя көтәләр, ѳс бала үҫтерәләр.
Марсель Фазыловтың үҙ шѳғѳлѳн асып, шулай матур эшләп йѳрѳүе ҡыуандыра, уның кеүек тәжрибәле белгестәрҙе республикалағы ҙур урман хужалыҡтарының эшен ойоштороуға йүнәлтһәң, тағы ла отошло булмаҫмы икән.
Читайте нас: