Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Октябрь 2019, 18:57

Таҙалыҡ - үҙебеҙ өсөн

Ҡалала, ауылдарҙа Республика көнө алдынан тирәяҡты тәртипкә килтереү йәһәтенән өмәләр үтте.

“Металлург” стадионында был көндә йәштәр сәйәсәте бүлеге, ҡаланың спорт мәктәбе, стадион хеҙмәткәрҙәре, медицина, металлургия колледжы студенттары менән бергә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡатнашты. Экологик өмәлә техника ла йәлеп ителде. Яңы төҙөлгән спорт комплексы алдындағы газондарға тупраҡ түшәлде, стадиондың тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылды. Ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусылары уҡытыу сылары етәкселегендә юл ситтәрен таҙартты. Ҡаланың спорт мәктәбе хеҙмәткәре Гүзәл Камалетдинова: “Стадионға өмәгә директорыбыҙ Галина Рыжкова етәкселегендә бергәләп килдек. Тәрбиәләнеүселәребеҙ менән күнекмәләр үтә торған ерҙе тәртипкә килтереү - кәрәкле эш тип иҫәпләйем. Бөтәһенең дә кәйефе шәп, тырышып эшләйҙәр, сөнки эшләгәнебеҙ үҙебеҙ өсөн бит”, - тип фекере менән бүлеште.
Төшкө аштан һуң муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ҡала ойошмалары, белем биреү учреждениелары ла сараға ҡушылды. Улар үҙ биләмәһендәге газондарҙы, юл ситтәрен тырматты, кипкән япраҡтарҙы һәм ҡыйҙы һепереп, тоҡтарға тултырып ҡуйҙы. Берҙәмлектә - көс тигәндәй, күмәк көс һәм тырышлыҡ менән алтҡарылған эштән һуң тирә-яҡ бөтөнләй башҡа төҫ алып, матурланып ҡалды.
Читайте нас: