Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Октябрь 2019, 19:08

Уңыш нигеҙе - хеҙмәттәшлек

Абҙаҡ ауыл хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан «Потенциал-Недра» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Абҙаҡ карьеры» етәкселеге, хеҙмәткәрҙәре Абҙаҡ урта мәктәбенең VII-VIII класс уҡыусылары, уҡытыусылары менән берлектә карьер янында ҡарағай үҫентеләре ултыртты.

Иртән Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары класс етәкселәре менән бергәләп мәктәп автобусында ағас ултыртаһы урынға юлланды. Уларҙы карьер янында Илсур Ғүмәр улы Дауытов етәкселегендәге “Потенциал-Недра” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Эш ҡоралдары ла күптән әҙер, тау һыртында йәш үҫентеләр ултыртаһы дүрт һыҙма ла һыҙылған. Барыһы ла махсус футболка кейеп, инструктаж үткәндән һуң, эш башланып китте. Оло ағайҙары, үҫмерҙәр махсус ҡорал ярҙамында урын әҙерләһә, ҡыҙҙар ҡарағай үҫентеләрен ултырта барҙы.
- Беҙҙең компания Абҙаҡ биләмәһендә ваҡланған төҙөлөш ташы сығарыу менән шөғөлләнә. Бөгөн республика акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу буйынса күләмле сара ойошторорға ҡарар иттек. Ике меңгә яҡын йәш ҡарағай үҫентеләрен ултыртыуҙа мәктәп уҡыусылары ярҙамлашты. Белорет урмансылығы ер бүлһә, ҡарағай үҫентеләре Абҙаҡ питомнигынан (етәксеһе Марсель Фазылов) һатып алынды. Карьер янында булғанлыҡтан, үҙебеҙ ҡарап, тәрбиәләп торасаҡбыҙ. Бынан тыш, Уңыш нигеҙе - хеҙмәттәшлек һәр һыҙат класс исеме менән аталып, иҫтәлекле таҡталар ҡуйыласаҡ. Киләсәктә үҫентеләр йәйрәп үҫеп китер, хәҙерге уҡыусылар ҙа буй еткереп, үҙҙәре ултыртҡан аллеяға балалары менән килерҙәр әле, - тине “Абҙаҡ карьеры” проекты етәксеһе Рәсүл Исмәғил улы Ғөбәйҙуллин.
“Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә үткәрелгән сараның икенсе, мөһимерәк маҡсаты бар. Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина әйтеүенсә, “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең тағы ла бер йүнәлеше - ул партнерҙар булдырыу.
“Абҙаҡ мәктәбе - базаһында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге булдырылған һигеҙ мәктәптең береһе. Уҡыусыларға тормошта тейешле урынын табыу, киләсәктә һөнәр һайлау аныҡ эш аша еткерелә. Әлеге көндә Абҙаҡ мәктәбе Урал пружина заводы, “Потенциал-Недра” предприятиеһы, юғары һәм махсус уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында 12 килешеү төҙөгән. Хеҙмәттәшлек сиктәрендә 6 проект тормошҡа ашырыла. Был проекттарҙың 3-әүһе (“Инженер экологияһы”, “Мәктәп урмансылығы”, “Мультимедиялы журналистика”) буйынса “Потенциал-Недра” ойошмаһы менән бергә эшләйбеҙ ҙә инде.
Ә акция сиктәрендә бергәләп ағас ултыртыу тик файҙаға ғына. Бында бит тәүге урында экологияны ҡайғыртыу тора. Балалар ҙа эшләгән хеҙмәтенән кинәнес ала, эшкә лә өйрәнә, шул уҡ ваҡытта экологияны, тирә-яҡ мөхитте һаҡларға, яҡларға кәрәклеген аңлай. Был йәһәттән “Абҙаҡ карьеры” ла тәбиғәт биргән байлыҡ менән файҙаланып ҡына ҡалмай, кире ҡайтара ла белә. Экологияны ҡайғыртып, ағасын ултырта, урындағы хакимиәткә, ауыл халҡына, башҡа учреждениеларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
“Мультимедиялы журналистика” проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Абҙаҡ мәктәбенең шәхси гәзите сығасаҡ. Ул 1000 данала донъя күрәсәк. Унда мәктәп проекттары, балалар тураһында яҙғанда, ярҙамсыларыбыҙ, хеҙмәттәшлек итеүселәр тураһында ла мәғлүмәт бирергә онотмаясаҡбыҙ. Илсур Дауытов етәкселегендәге “Потенциал-Недра” йәмғиәте был юлы ла ярҙамға килергә әҙер. Әйткәндәй, был ойошма беҙҙең һәр башланғысты хуплап, ярҙам итеп тора”, - тине Гөлшат Рауил ҡыҙы.
Ауыл биләмәһендә янғындан зыян күреүселәргә техника, материал менән дә, аҡсалата ла ярҙам итә “Абҙаҡ карьеры”. Ауылды төҙөкләндереүҙә лә ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ. Абҙаҡ спортсыларын да бағыусылыҡ ярҙамынан ситтә ҡалдырмайҙар. Көрәшселәрҙең, тау саңғыһы буйынса һәм башҡа спортсыларҙың һәр еңеүендә лә предприятиеның роле ҙур.
Ә акцияға килгәндә иһә берҙәм эш “һә” тигәнсе тамамланып та ҡуйҙы. Киләсәктә изге эш бының менән генә тамамланмай әле, улар предприятие тирәләй тағы ла 5 мең йәш үҫенте ултыртырға иҫәп тота.
Читайте нас: